«500 ферма» республика маҡсатлы программаһы үҙ емештәрен бирә башланы 19.10.2015

Өс йыл элек старт алған программаның маҡсаты - фермаларҙа малдарҙы аҫырау өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу ине. Яңауыл районында был программаға ике хужалыҡ  - «Восток» колхозы менән «Победа» йәмғиәте ингән. Ошо көндәрҙә  хужалыҡтарҙа программа сиктәрендә төҙөлгән  объекттар файҙаланыуға тапшырылды.

Һуңғы ике йылда «Победа» хужалығында ике һыйыр фермаһы төҙөлгән. Әлеге ваҡытта хужалыҡта 800 баштан ашыу  һыйыр малы иҫәпләнә. Уларҙың 360 башы һауын һыйырҙары. Йәмғиәттә хужалыҡтағы ыңғай үҙгәрештәрҙе дәүләт программаһына  бәйләйҙәр.
Кирилл Шаринов, хужалыҡ етәксеһе: «Быйыл һауым күрһәткестәре былтырғыға ҡарағанда юғары. Әлбиттә, сығымдар ҙа арта. Мал аҙығы заманса талаптар буйынса әҙерләнә».
Яңы тыуған быҙауҙар ҙа бынан ары  заманса шарттарҙа аҫыраласаҡ. Ошо көндәрҙә хужалыҡта йәй төҙөкләндерелә башланған быҙау фермаһында эштәр тамамланды.  «500 ферма» программаһы кураторы Марс Исламов әйтеүенсә, бинаны ремонтлағанда микроклимат һәм башҡа мотлаҡ талаптар иҫәпкә алынған.
Марс Исламов, «500 ферма» программаһы кураторы: «Объект буйынса иҫкәрмәләр юҡ, актҡа ҡул ҡуйҙыҡ. Тиҙҙән бында 200 баш быҙау күсереләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика