«500 ферма» һәм «Ғаилә фермаһы» республика программалары ауылдарҙы тергеҙә 26.01.2015

Иглин районының Яңы Ҡобау ауылында  крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй башлауға бәйле,  күп кенә  йәштәр  ауылға ҡайтып төпләнә башлаған.

Альфред  Әхтәрйәнов  ҡеүәтле тракторға уйынсыҡ һымаҡ ҡына идара итә.  Йәш егет  механизатор булып эшләүҙән тыш, фермала малсыларға ярҙам итергә лә өлгөрә. Ә ун йыл элек Альфред эш булмау сәбәпле ауылдан  сығып киткән була.  Колхоз бөткәс  аҡса эшләү мөмкинлеге лә ҡалмай,  ауылда өй һалыу ниәте лә яйлап юҡҡа сыға.   Егет Өфөлә төпләнергә ҡарар итә. Әммә былтыр тыуған ауылына ялға ҡайтҡанында күргән бер иғлан Альфредтың яҙмышын  төптән үҙгәртә. Унда Хәбибрахманов исемендәге хужалыҡҡа белгестәр, эшселәр талап ителә тип яҙылған була. Шулай итеп егет кире Яңы Ҡобауға ҡайта.
Бында  хужалыҡ асылғас, кире ауылға ҡайтыусылар бер Альфред ҡына түгел. Хужалыҡ етәкселәре йәштәр киләсәктә тағы артыр тип күҙаллай. Әле хужалыҡта 350 баш мал бар. Хужалыҡ ит, һөт һатыуҙа махсуслаша. «Ғаилә  фермаһы» программаһы буйынса  былтыр бында ташландыҡ ферма төҙөлөп бөтөлгән, ҡара-сыбар тоҡомло мал алынған. Быйыл  хужалар 500 ферма программаһына инергә һәм мал башын арттырырға  уйлай. Планда бар уңайлыҡтары булған заманса ферма төҙөү.
Барый Хәбибрахманов, крәҫтиән-фермер хужалығының башҡарма директоры: «Әле хужалыҡта ҡышлатыу миҙгеле уңфышлы үтә, һәр башҡа 40 берәмек мал аҙығы әҙерләнгән. Хужалар әйтеүенсә, бесән, сенаж киләһе йылға ла етерлек».
Рәмзиә  Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика