50 мең һум премия!

50 мең  һум  премия! 28.04.2017

Әбйәлил районының «Красная Башкирия»  хужалығында йыл һайын яҙғы сәсеү  алдынан  үткән миҙгел йомғаҡтарын барлап, хеҙмәт  алдынғыларын  тәбрикләү йолаһы бар. Быйылдан премияға ҡушып  ошо хужалыҡтың данлыҡлы механизаторы  Фәрит Сәфәрғәлин   иҫтәлегенә  приз да булдырылған.

Көлтә тотҡан игенсе статуэткаһы  үҙенең тырыш хеҙмәте  менән башҡаларға өлгө күрһәткән ауыл эшсәндәренә тапшырыласаҡ. Тәүгеләрҙән булып юғары наградаға   Фәрит Сәфәрғәлиндың замандашы, хеҙмәт алдынғыһы  Владимир Караулов  лайыҡ булды.  
Владимир Караулов, «Красная Башкирия» хужалығы эшсеһе: «Ошондай юғары награданың тап миңә тапшырылыуын көтмәгәйнем. Фәрит Сәфәрғәлин менән беҙ мәктәп эскәмйәһенән дуҫ булдыҡ. Ул һәр ваҡыт эшенә намыҫлы ҡараны. Талапсан да була белде».  
Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре араһында яҙғы сәсеүҙе уңышлы атҡарып сығыу бурысы тора. Ғүмере буйы тыуған ҡырҙарында иген үҫтергән Фәрит Сәфәрғәлиндың  эшен хәҙер йәш быуын дауам итә. Баҫыу батырының улы ошо хужалыҡта баш агроном булып эшләй. Хужалыҡ белгестәре әтйеүенсә, йәштәрҙе дәртләндереү өсөн булдырылған премия күләменең киләсәктә тағы ла артыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку