35 мең тонна бал, 72 мең тонна картуф һәм 67 мең тонна йәшелсә

35 мең тонна бал, 72 мең тонна картуф һәм 67 мең тонна йәшелсә 17.09.2016

Үткән аҙнала баш ҡалала ойошторолған йәрминкәләрҙә  20  миллион һумға яҡын  аҙыҡ-түлек  һатылған.  Ауыл хужалығы продукцияһы был ял көндәрендә лә тәҡдим ителә.

Земфира Нурмөхәмәтова  йәрминкәгә Архангел районынан килгән. Уңған хужалар баҡсаларында күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Үҙҙәренән артҡанын һатыуға ла сығара, артыҡ аҡса кеҫәне тишмәй, йәрминкәләр бик уңайлы,  ти улар.
Ә бына Борайҙар балалар йорто эргәһендәге участкала үҫтерелгән йәшелсә-емеште алып килгән. Баҡса күмәк көс менән үҫтерелә. Һатыуҙан килгән аҡса мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн тотонола.
Йәрминкәлә хаҡтар әллә ни юғары түгел, картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған кеүек  йәшелсәләләрҙе 20 һум менән алырға ла мөмкин. Һатыусылар өлкән йәштәгеләргә ташлама ла яһап ебәрә. Майҙанда был юлы  ағас, еләк үҫентеләре лә күпләп тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Туймазылар  ер еләгенең төрлө сорттарын алып килгән, улар араһында  ҡар яуғансы емеш бирә торғандары ла бар.  Бал да күп, татлы ризыҡ республиканың төрлө төбәктәренән килтерелгән. Кәрәҙҙәге балдың бер килоһын  яҡынса 700 һумға алырға мөмкин.  Һауыттарға һалынғаны арзаныраҡ.
Йәрминкәнән һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт. Ауыл  халҡы аҡса, ҡаланыҡылар ҡышҡа етерлек йәшелсә-емеш туплап ҡала.  Үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгән продукция  экологик яҡтан таҙа, сифатлы буылыуы менән дә айырылып тора.
Йәрминкәләр киләһе ял көндәрендә лә дауам итә, әле  йәшелсә-емеш тәҡдим ителә, һалҡындар төшөү менән һатыуға ит тә сығарыла башлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку