29 августа Өфөлә «Һөтлө ил» фестивале ойошторола

29 августа Өфөлә «Һөтлө ил»  фестивале ойошторола 20.08.2015

Һөт һәм һөт ризыҡтарына арналған Рәсәйҙәге иң ҙур ғаилә байрамы быйыл баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында үткәрелә. Ойоштороусылар ҡатнашҡан матбуғат конференцияһында белдерелеүенсә, программа бик бай. «Атай, әсәй һәм мин - һөтлө ғаилә» тигән башланғыс быйыл фестивалдә төп урынды алып торасаҡ.

Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Һөт заводтары халыҡ менән аралашыу өсөн ныҡ әүҙем эшләй. Быйылғы фестивалгә һөт аҙыҡтарының яңынан-яңы төрҙәре сығарыла, төрлө конкурстар ойошторола».
«Һөтлө ил» фестивале Башҡортостанда был төр ризыҡтарҙы эшләүсе предприятиелар етештергәнде күберәк ҡулландырыу өсөн ойошторола. Ғаиләләр, балалар, хатта яңы өйләнешкән парҙар өсөн дә сюрприздар күп буласаҡ.
Андрей Даниленко, Рәсәй Һөт етештереүселәр союзы рәйесе: «Һәр кеше һөттән эшләнгән ризыҡтарҙы көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарға тейеш.Ул һөтмө, маймы, эремсекме икәнлеге үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Был фараздар медицина тикшереүҙәре менән раҫланған. Һөт фестивале үҙенсәлеге буйынса донъяла беренсе урынға сығып бара. Башҡортостан был мәсьәләлә беренселек пальмаһын тотоп килә. Санкциялар, импортҡа алмаш табыу осоронда бик актуаль сара».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку