2020 йылға Башҡортостан алдында илдең иң ҡеүәтле 5 агросәнәғәт төбәге исемлегенә инеү бурысы тора 10.02.2017

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларының 60 проценты һөҙөмтәһеҙ эшләй. Был турала Республика башлығы бөгөн  ауыл хужалығы министрлығы коллегияһында белдерҙе. Сарала шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, фәннни асыштарҙы ҡулланыу, продукцияның үҙҡиммәтен кәметеп иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыу хаҡында ла  һүҙ барҙы.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өсөн үткән йыл  уңышлы килгән. Бураларға 3 миллион тоннан ашыу ашлыҡ һалынған, 1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, 166 миллиард һумлыҡ продукция һатылған. Шул уҡ ваҡытта һандар  Республика өсөн  ҡәнәғәтләнерлек түгел. Беҙ яҡшыраҡ эшләй алабыҙ, тине Рөстәм Хәмитов.  Бер ай элек тармаҡтың 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы раҫланған, документта бар бурыстар ҙа аныҡ билдәләнгән. Бөгөн тәү сиратта баҙар шарттарына яраҡлашып ихтыяж менән ҡулланылған продукция етештереү, үҙҡиммәтте кәметеп табыш алыу мотлаҡ. Бының өсөн  яңы технологиялар ғына түгел, фәнни асыштар индереү ҙә шарт. Миҫал өсөн, күп осраҡта ситтән индерелгән орлоҡтар беҙҙең ерлеккә яраҡлаша алмай, үҙебеҙҙә сығарыу кәрәк.

Тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары итеп алдынғы хужалыҡтарҙы ҡулланырға мөмкин.Тағы бер мәсьәлә эшкәртеүҙе яйға һалыу, әле Өфө районында минераль ашламалар заводы төҙөлә. Шулай уҡ ҡаты бойҙайҙы тәрән эшкәртеү ҙә һөҙөмәле буласаҡ.  Һөт менән иткә килгәндә инде бында  етештереү күләме артҡан. Әммә был уңышҡа хәҙер мал башын арттырып түгел, алынған продукция күләмен арттырып өлгәшеү мотлаҡ.

Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы даими күрһәтелә, техника алыуға, һөт етештереүселәргә субсидиялар бирелә, "500 ферма" программаһы уңышлы эшләй,  фермерҙар өсөн гранттар ҡаралған.  Һөҙөмтәле эшләгән  хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы киләсәктә лә күрһәтеләсәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә республика ҡаҙнаһынан  930 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, минераль ашламаға,  элиталы орлоҡҡа аҡса бүленә.  Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә проблема булмаҫ тип көтөлә.  Минераль ашламалар буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Ултырышта Республика башлығы билдәләүенсә, күп предприятиелар әле булһа ла иҫкесә эшләүен дауам итә, ә беҙ планлаштырырға, 5-10 йыл алға ҡараш ташлап эшләргә тейешбеҙ. 2020 йылға Башҡортостан алдында илдең иң ҡеүәтле 5 агросәнәғәт төбәге исемлегенә инеү бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика