2 миллион 700 тонна иген культуралары, 2 миллион тоннаға яҡын һөт 16.12.2014

Республика хужалыҡтары йыл ҡатмарлы килеүгә ҡарамаҫтан, бураларға етерлек  уңыш һалып, һөт һауыу күләмен һаҡлап ҡала алды. Бөгөн  йыл йомғаҡтары Башҡортостан Хөкүмәте йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәһендә лә барланды.

Ултырышта билдәләнеүенсә,  йыл башындағы фараз буйынса келәттәргә 3 миллион тонна  уңыш  һалынырға тейеш була. Әммә йылдың ҡоро килеүе планды боҙа.  Шулай уҡ алдағы йыл менән сағыштырғанда, быйыл көнбағыш 80,  йәшелсә 30 мең тоннаға аҙыраҡ йыйып алынған. Сәсеү һәм ураҡ кампанияһы  төбәктәрҙә  ауыл хужалығы техникаһына наҡыҫлыҡ булыуын, яғыулыҡ-майлау материалдарының,  минераль ашламаларҙың етешмәүен иҫбатланы, тине республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. Киләсәктә был проблемаларҙы хәл итеү мотлаҡ, тик техникаға субсидия бүлеү шарттары ҡатмарлашасаҡ.  Малсылыҡ тармағына килгәндә, был тәңгәлдә «500 ферма» проекты  тос өлөш индерә, әммә был программаға бөтөнләй битараф төбәктәр ҙә бар ,киләсәктә хужалыҡтарҙан  әүҙемлек талап ителә.
Ултырышта шулай уҡ яңы ғәмәлгә ингән техник регламент хаҡында ла һүҙ булды. Ветеринарҙар әйтеүенсә,  африка тағуны таралыуы, эхинококкоз ауырыуына  уяулыҡты арттырыу  кәрәклеген иҫбатлай. Шуға күрә хәҙер кәртәлә һуйған малды һатыуға сығарып булмаясаҡ.  Итте һатыу өсөн тәғәйенләнгән малды махсус цехтарҙа ғына һуйыу рөхсәт ителә. Был халыҡҡа тәҡдим ителгән продукцияның сифатын яҡшыртыу, төрлө сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн эшләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика