15 мең квадрат метр майҙан, өс йөҙҙән ашыу компания һәм ҡырҡҡа яҡын төбәк вәкилдәре

15 мең квадрат метр майҙан, өс йөҙҙән ашыу компания һәм ҡырҡҡа яҡын  төбәк вәкилдәре 14.03.2017

Баш ҡалала  федераль округта һәм Урал  буйындағы иң күләмле агросәнәғәт форумы башланды. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһының халыҡ-ара күргәҙмәһе лә үтә. Сара быйыл яңы форматта ойошторола. Техника, эш алымдары менән танышыуҙан тыш, тармаҡтағы проблемалар, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә өйрәнеләсәк. Форумда Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар ойоштороу ҡаралған.

ВДНХ-Экспо алдындағы күргәҙмә һәр хужалыҡ етәксеһенең хыялы. Уны фермерҙар  үҙ ҡураһында күрергә теләр ине. Майҙанда ниндәй генә техника юҡ! Ябай халыҡ ҡайһы берҙәрен сит планетанан төшкән тип уйлауы ла ихтимал. Ләкин был техниканың барыһы ла яланда иген ура, һуға, елгәрә. Бесән саба, сөгөлдөр утай һәм он да тарта.
Әгәр тиҫтә йыл тирәһе элек  бындай күргәҙмәләрҙә башлыса сит ил техникаһы өҫтөнлөк итһә, хәҙер  үҙебеҙҙең илдә етештерелгәндәре лә күбәйә. Көнбайыш санкциялары юғары технологиялар үҙләштереү өсөн ҙур этәргес булды, ти аграрийҙар. Ә инде  техника паркын яңыртып тороу һәр хужалыҡтың бурысы.
Күргәҙмәләр залы иһә мал ҡураһын хәтерләтә. Экспозияцияға хужалыҡтар һарыҡ-кәзәләрен, ҡош-ҡортон, балыҡтарын да килтергән. Ейәнсуралар, мәҫәлән, тоҡомло һарыҡтар үрсетеүе менән дан алған. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, ул тап ошо форум ярҙамында бик күп клиенттар тапҡан. Быйыл улар халыҡҡа үҙенсәлекле бизнес төрө лә тәҡдим итә.
Сит илдәрҙән индерелгән диңгеҙ ризыҡтары тыйылғас илдә балыҡсылыҡ өлкәһен үҫтереүгә лә талаптар артты. Санкциялар менән бергә ихтыяж да артты, ти   Ҡарман хужалығы вәкилдәре. Һуңғы йылдарҙа республика балыҡсығы яңы үҫеш осоро кисерә.
Агросәнәғәт форумы бер генә етештереүсе өсөн дә файҙаһыҙ үтмәй, ти ойоштороусылар. Кемдәрҙер клиенттар йәлеп итә, ә берәүҙәр хеҙмәттәшлек даирәлдәрен киңәйтә, партнерҙар таба. Быйыл иһә форумдың форматы ла киңәйҙе. Хәҙер сарала ауыл хужалығы өсөн көнүҙәк мәсьәләләләр өйрәнелә, проблемалар хәл ителә.
Агросәнәғәт форумы һәм махсус күргәҙмә 17 мартҡа тиклем дауам итә. Белгестәр быйылғы сараны Башҡортостан өсөн үтә лә файҙалы булыр, тип фаразлай. Тәүге көндә генә республиканың ауыл хужалығы министрлығы  Брянск ауыл хужалығы машиналары эшләү компанияһы, Милли тауар биржаһы һәм  Нидерланд- Рәсәй  малсылыҡ фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика