108 миллион эш урыны

108 миллион эш урыны 29.01.2017

Белорет районы хакимиәте башлығы вакансиялар һанын ошо иҫәпкә еткерергә хыяллана. Дөрөҫ, әлегә бал ҡорттары өсөн генә. Нәҙекәйбилдәрҙе үрсетеп ҡытай халҡын татлы ризыҡҡа туйындырырға ниәтләгән икән етәксе. Кеше ышанмаҫлыҡ әйберҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә тиҙәр бит әле халыҡта. Тап шулай килеп сыҡты ла...

Глобаль селтәрҙә уның һүҙҙәре бомба шартлаған кеүек булды. Тәҡдимде шунда уҡ диван генералдары күтәреп алды. Шулай ҙа район башлығының телмәрендә хаҡлыҡ бар бит. Умартасылыҡты үҫтерәйек тигән. Бөтә донъяға танылған башҡорт балын етештереү күләмен ысынлап та, арттырыр кәрәк. 108 миллион эшсе ҡорт табыуы ғына ауырға тура килер. Шифалы башҡорт балын, тап-таҙа тоҡомло башҡорт ҡорттары ғына етештереү һәләтенә эйә. Һуңғы йылдарҙа уларҙың көньяҡ бал ҡорттары менән ҡушыла барыуын иҫәпкә алғанда, был үҙенсәлек юғалыуы ихтимал. Шуға ла әле республикала башҡорт бал ҡорттарын һаҡлау буйынса закон әҙерләнә. Ул раҫланыу менән йүкә урмандарына бай Башҡортостанға килмешәктәрҙең үтеп инеүе сикләнергә тейеш.
Бал ҡортоноң да тоҡомһоҙо яман. Биргән балы сифатһыҙ, осҡан ере билдәһеҙ. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге белгестәре фекеренсә, һуңғы йылдарҙа тоҡомһоҙҙар үрсей  бара. Барыһы ла ситтән килтерелгән  көньяҡ ҡорттарына бәйле. Карпат һәм кавказ ҡорттары, башҡорт бал ҡорттарына ҡушыла. Нәҫел юғала.
Ҡытай ҡулланыусыларын шифалы башҡорт балы менән тәьмин итеп район ҡаҙнаһын тулыландырырға хыялланған район башлығын аңларға мөмкин. Мәғрүр ҡарағайҙар төбәге, урман эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡола яланға ла ҡалыуы ихтимал. Бушап ҡалған тау битләүҙәрен умартасыларға ғына бүлергә ҡала тип шаярта урындағы халыҡ. Ә бал ҡорттарына килгәндә, улар яҡлау һәм һаҡлау талап итә. Был турала умартасылар һәм тармаҡ белгестәренән тыш  Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре лә белдерә.
Әле Башҡортостанда башҡорт бал ҡорттарын һаҡлау буйынса закон проекты әҙерләнә. Ул ҡабул ителгән осраҡта республикаға нәҙекәйбилдәрҙе  ситтән индереү сикләнеүе ихтимал.
Бал менән бал араһындағы айырма  уны йыйған нәҙекәйбилдәргә, дөрөҫөрәге, улар бүлеп сығарған ферменттарға бәйле. Тикшеренеүҙәр барышында башҡорт бал ҡорто йыйған татлы ризыҡ диастаз һаны 37 булыуы билдәләнгән, дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес ни бары 8 самаһы. Артабан да донъя кимәлендә танылған татлы ризыҡ етешереүҙе маҡсат итеп ҡуйһаҡ беҙҙең был һандарҙы түбәнәйтеүгә хаҡыбыҙ юҡ тип билдәләй белгестәр. Шуға ла әлеге мәлдә тоҡом һаҡлау бал ҡорттары өсөн дә төп мәсьәлә булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика