100 гектарҙан 2 мең тонна сөгөлдөр 28.09.2016

Ғафури районының «Сатурн» хужалығы йәнә рекорд ҡуя. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа татлы тамыр гектарынан 600 центнер уңыш бирә. Иген культуралары ла ҡалышмай - быйыл күрһәткес 60 центнерҙан ашҡан. Хужалыҡта аңлатыуҙарынса,  бындай иҫ киткес һөҙөмтәләр сәбәбе элиталы орлоҡтар һәм мул ашламалар ҡулланыуҙа. Урып-йыйыу ваҡытында юғалтыуҙарҙы кәметәсәк техника ҡулланыу ҙа шарт.

Ямғыр ҙа, ҡар ҙа сөгөлдөр ҡаҙыуҙы туҡтата алмай. «Сатурн» хужалығында был көндәрҙә эш көнө-төнө дауам итә. Бындай мөмкинлекте яңы техника бирә. Был комбайн тулыһынса компьютер менән идара ителә, оператор тик уны көйләүҙә ҡатнаша. Машина спутник координаталары буйынса маршрут төҙөй, шуға ул хатта рәттән дә тайпылмай.
Был комбайнды хужалыҡ 20 көн самаһы элек алған. Германияла етештерелгән агрегат махсус заказ буйынса йыйылған, бындай комбайндар Рәсәйҙә тик икәү генә. Сөгөлдөр ҡаҙған башҡа үҙйөрөшлө техника менән сағыштырғанда ул бәләкәй, ләкин етеҙ, бер сәғәттә 200 гектар майҙанда татлы тамыр йыйырға һәләтле.
Быйыл хужалыҡта рекордлы уңыш күҙәтелә. Был баҫыуҙа мәҫәлән гектарынан 550-600 центнер сөгөлдөр ҡаҙып алына.  Хәйер, ул «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығы өсөн ғәҙәти күрһәткес. Улар шул тиклем сөгөлдөрҙө йыйып, тейәп ҡуйыуҙа ла ҡыйынлыҡ кисермәй. Бөтә эште 10 кеше башҡара. Уңыш сере ябай - ҡеүәтле техника һәм ергә һаҡсыл ҡараш.
Татлы тамырҙы хужалыҡ Мәләүез шәкәр заводына оҙата. Эшкәртеүсе сеймалдың 40 процентын тотоп ҡалғас та, «Сатурн»дарға 3 мең тонна шәкәр килә. Уны һатып хужалыҡ сығымдарын да ҡаплай, яҡшы килем дә ала. Бөгөн предприятиеның рентабеллеге ҡайһы саҡта 100 проценттан да ашып китә. Бындай күрһәткестәр республикала ҡыҙғанысҡа бик һирәк. Ә бит яҡшы уңыш алыуҙа бер ниндәй ҙә тылсым юҡ. Барыһы ла  сифатлы орлоҡҡа, яҡшы ашламаға һәм технологияға бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика