10-сы ноябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикәләнәсәк

10-сы ноябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикәләнәсәк 28.10.2017

Тармаҡ эшсәндәре өсөн ағымдағы йыл ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта яҡшы һөҙөмтәләр менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Барлығы 3 миллион 900 меңдән ашыу ашлыҡ һуғылған, гектар ҡеүәте уртаса 22,3 центер.

Дөйөм күрһәткескә Әбйәлил районы хужалыҡтары ла тос өлөш индерҙе. Улар 105 мең тонна иген һуғып алған. Тырыш хеҙмәте менән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән тармаҡ алдынғылары Асҡарҙа үткән тантаналы йыйылышта билдәләнде.  Һәр йылдағыса юғары баһаға «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы лайыҡ булды. Районда ғына түгел, бөтә республика кимәлендә лә алдынғыларҙан һаналған предприятие игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә йылдың-йылы юғары уңыштарға өлгәшә. Урындағы ауыл хеҙмәтсәндәре эште һәр ваҡыт заман технологияларына таянып алып бара. Шуға ла йыш ҡына бында төрлө семинар-кәңәшмәләр ойошторола. Быйыл да илдең төрлө тарафтарынан йыйылған ауыл хужалығы белгестәре «Красная Башкирия» хужалығының эш тәжрибәһе, мал аҙығы һәм урып-йыйыуға йәлеп ителгән техникалар менән яҡындан танышты.  
Хеҙмәт алдынғыларын республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов тәбрикләп, Әбйәлил районы хакимиәтенә «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенең иң юғары дәрәжәле миҙалын һәм ил Хөкүмәте димломын тапшырҙы. Шулай уҡ күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бер төркөм хеҙмәт алдынғылары ла ауыл хужалығы министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Төбәктә йыл һайын тапшырылып килгән Милләт Хәкимов исемендәге премияға был юлы «Урал аръяғы Агро» МТС-ыинженеры Язар Йыһаншин лайыҡ булды. Байрам тантанаһы ҙур концерт менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку