Бер миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек

Бер миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек 29.11.2014

Быйыл йәрминкәләрҙә ошо тиклем хаҡҡа  продукция һатылған.  Әммә был һандар йомғаҡлау тигәнде аңлатмай. Быйыл республика етәксеһе ҡушыуы буйынса  йәрминкәләр яңы йылға тиклем бара. Сөнки ул ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә, ә ауылдыҡыларға етештергән продукцияһын  һатырға ярҙам итә.  

Күпләп һыйыр, йылҡы  малы тотҡан Венер Ғаймалов  йәрминкәләргә аҙна һайын килә. Йүнсел хужа  өсөн  баҙар - табыш алыу сығанағы, алыпһатарҙарға бирһәң, малдың хаҡы сыҡмай, ә бында көнөнә бер башты үткәрергә мөмкин, ти ул. Бөгөн Венер Ғаймалов йылҡы ите алып килгән.
Йәрминкәлә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп. Әммә  сауҙа итергә килеүселәр урындар етмәүгә зарлана, майҙанға эләгеү өсөн бер көн алдан килеп ятырға кәрәк. Сөнки бында  үҙе етештергән  аҙыҡ-түлекте һатырға килеүсе ябай ауыл кешеләренән тыш, сауҙа үҙәктәре вәкилдәре лә күп.
Йәрминкәлә ит, бал, йәшелсәнән тыш, он, ярмалар ҙа һатыла. Хаҡтар  магазиндарҙыҡынан түбәнерәк. Мәҫәлән, бөгөн йәрминкәлә ҡарабойҙай ярамаһының бер килоһы 39 һум тора ине. Һатыусылар әйтеүенсә, сауҙа үҙәктәрендә хаҡтар яһалма күтәрелә, был ярма келәттәрҙә етерлек.  
Һатып алыусылар хаҡтарҙан да, сифаттан да ҡәнәғәт.  Сөнки тап йәрминкәләрҙә генә  экологик яҡтан таҙа  аҙыҡ-түлек  алырға мөмкин.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтәтре буйынса, быйыл йәрминкәләрҙә 2 мең тоннанан ашыу ит һатылған, шулай уҡ картуф, бал, йәшелсәләр яҡшы үтә.  Аҡса менә иҫәпләгәндә, бер миллиард һумлыҡ продукция  һатылған.  
Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса быйыл йәрминкәләр яңы йылға тиклем дауам итә. Бынан  ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа ҡәнәғәт. Тәүгеләре  ҡышҡа етерлек аҙыҡ-түлек туплап ҡалһа,  етештереүселәр  өсөн табыш алыу мөмкинлеге арта.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку