«Һөт иле» фестивален яңы, үҙенсәлекле программа менән байытыу мотлаҡ

«Һөт иле» фестивален яңы, үҙенсәлекле  программа менән байытыу мотлаҡ 03.09.2016

Мәҫәлән, майҙанда ҡаймаҡ айыртыу, май, ҡымыҙ бешеү нескәлектәре менән таныштырырға мөмкин.  Шулай уҡ балалар өсөн һөт ризыҡтарын күберәк сығарыу, заводтарҙы тулы ҡеүәтенә эшләтеү мотлаҡ. Был турала Республика башлығы бөгөн «Һөт иле» фестивалендә белдерҙе. Халыҡ яратып өлгөргән сара быйыл алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда тонналап һөт һатылды, аҡтан эшләнгән төрлө ризыҡтар, ҡымыҙ тәҡдим ителде. Бөгөн шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында сыр эшләүселәр өсөн  уҡытыу- етештереү үҙәге асылды.

Фестивалдә күңелле, рәхәт, әммә һауын ваҡытын үткәреп ебәрергә ярамай. Малҡайҙарҙың елене боҙолоуы һәм ағы кәмеүе мөмкин. Шуға күрә  һауынсылар һыйырҙарҙы тиҙ генә һауып ала, теләүселәргә яңы һауылған һөттө ауыҙ итергә лә мөмкин. Нуримандар  баш ҡалаға рекордсмен һыйырҙарҙы ғына алып килгән.  Әммә малҡайҙар араһында артыҡ шау-шыуҙы, иғтибарҙы өнәп етмәүселәр ҙә табылған.
Ә бына аттар менән кәзәләр күсмә тормошто еңелерәк кисергән, улар үҙҙәренең йондоҙло сәғәтен бик лайыҡлы үткәрә.  Туҡтауһыҙ фото төшөрөүселәргә лә, селфи яһаусыларға ла  тыныс ҡына ҡарай.
Әле тыныс ҡына үлән көйшәп ятҡан был тоҡомло кәзәләр иһә Шаран районынан килтерелгән. Улар тәүлегенә 12 литрға тиклем һөт бирә. Ошоғаса хужалар кәзә һөтөнән ҡымыҙ ғына бешһә,  хәҙер май менән эремсек тә эшләй башлаған.
Ә бына сауҙа нөктәләре янында сират. Халыҡ республиканың төрлө төбәктәренән килгән һөт ризыҡтарын, ҡымыҙҙы  күпләп алып ҡалырға тырыша. Республика башлығы  сауҙа рәттәренә ҡуйылған ассортиментты ентекләп ҡарап сыҡты, етештереүселәр менән аралашты.  Быйыл өс тиҫтәгән яҡын һөт заводы үҙ продукцияһын тәҡдим итә, ә бына ҡымыҙҙы Өфө йылҡысылыҡ заводтарынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Дәүләкән яҡтарынан алып килгәндәр.  
Башҡортостан - һөт иле,ә сараның маҡсаты халыҡ араһында был эсемлекте пропагандалау һәм   йәмәғәтселектең сәләмәтлеген нығытыу, әммә сараның программаһын төрлөләндерергә, мауыҡтырғыс итергә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов. Республикала 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу һөт һауыла, уны эшкәртеү проблемаһын камиллаштырыу мотлаҡ.  
Быйыл  майҙанға 10 тонна һөт килтерелгән, халыҡ рәхәтләнеп һөт эсте,  запаслыраҡ кешеләр хатта, стакандарҙа таратылған һөттәрҙе кире һауыттарға тултырып өйөнә лә алып ҡайтты. Байрам кешеләрҙе һөт иленә алып инеп мөғжизәле көн бүләк итте.  
Киләсәктә фестивалдә сыр эшләү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашырға мөмкин. Уҡытыусылар эҙләп йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй.  Башҡорт дәүләт аграр университетында бөгөн сыр эшләү буйынса уҡытыу-етештереү  үҙәге асылды. Цехтың ҡеүәте  сменаһына 100 килограмм сыр. Белгестәр әйтеүенсә, продукцияны әҙерләү өсөн юғары сифатлы һөт кәрәк. Бер килограмм сыр өсөн ун литр һөт.  Бында теләге булған һәр кеше килеп сыр эшләргә өйрәнә ала. Үҙәк айыруса һөтсөлөк буйынса махсуслашҡан хужалыҡ етәкселәре өсөн файҙалы.
Элиталы сырҙарҙы ситтән индереү тыйылған заманда был цехтың әһәмиәте икеләтә арта. Әммә төп маҡсат  республикала етештерелгән һөттө  тулыһынса эшкәртеү һәм етештерелгән продукцияның төрҙәрен арттырыу. Үҫеш туҡтамағанда ғына Башҡортостан һөт иле тигән данын һаҡлап ҡаласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку