Һәр сәғәт ҡәҙерле

Һәр сәғәт ҡәҙерле 16.06.2016

Ауыл эшсәндәре яҙғы-баҫыу эштәрен тамамлағандан һуң  мал аҙығы әҙерләүгә тотондо. Тейешле тәрбиә, сифатлы мал аҙығы булғанда ғына мул һөт алырға мөмкин тигән фекерҙә Хәйбулла районы хужалыҡтары ла.

Ауыл хужалығы тармағын үҫтереү,  килемде арттырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Бөгөн малсылыҡтың  һөт етештереү  йүнәлешен һайлаған хужалыҡтар йыл дауамында «тере» аҡсалы. Ике йыл элек махсус программа буйынса грант алыуға өлгәшкән фермер Шәһит Ҡаҙаев бөгөн уңышлы эш алып бара. 30-ҙан ашыу һыйырҙан көндәлек һауым 200 литр тәшкил итә. Ул урындағы комбинатҡа оҙатыла. Өлөшләтә ауыл кибеттәренә һатыуға сығарыла.
Был крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәренең тәүгеләрҙән булып йәшел ураҡҡа төшөүе осраҡлы түгел. Бер нисә йыл дауам иткән ҡоролоҡтан һуң етерлек мал аҙығы туплау мөһим. Әммә уның күләме түгел, сифаты беренсе урында.
Мал аҙығы әҙерләү -  мөһим мәсьәләләрҙең береһе, ваҡыттын ҡәҙерен белеү зарур, ти хужалыҡ етәксеһе. Сөнки мал аҙығы культураһының төрлөлөгөнә, сифатына һөт һәм ит етештереү туранан-тура бәйле. Хужалыҡта һауа шарттары ыңғай торған осраҡта, йәшел ураҡты июль урталарына тиклем тамамлау күҙаллана  
Хәйбулла районы хужалыҡтары  53 мең тоннаға яҡын бесән, 6 мең тонна сенаж әҙерләү бурысын ҡуйған. Был бер баш шартлы малға 21 центнер мал аҙығы тигән һүҙ. Бөгөн республика башлығы тарафынан тармаҡтың килемлелеген, етештереүсәнлекте күтәреү маҡсаты ҡуйылған. Технология, сорт, культура, тоҡомсолоҡто яҡшыртмай тороп, бында үҫеш тураһында фекер йөрөтөү хата. Район малсылары иһә ошо талаптарҙы теүәл үтәй һәм ҡышҡа ла ныҡлы әҙерлек менән инәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика