Һөнәри байрамын Шаран районы аграрийҙары ла билдәләне

Һөнәри байрамын Шаран районы аграрийҙары ла билдәләне 13.11.2014

Был көн төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки халыҡтың күпселеге тап ауыл хужалығында эшләй. Улар ҙа тәбиғәт ҡуйған быйылғы һынауҙарҙы намыҫ менән атҡарып сыҡты. Барлығы 47 мең тонна иген культуралары йыйып алынған. Һәр баш малға 30-шар центнер аҙыҡ берәмәге әҙерләнгән. Әле район хужалыҡтарында 20 мең башҡа  яҡын  мал иҫәпләнә. Шуларҙың ете меңдән ашыуы - һауым һыйырҙары.

Әле районда 11 ғаилә-малсылыҡ фермаһы уңышлы эшләп килә. Быйыл крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан 780 тонна һөт етештерелгән. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантанала юғары күрһәткестәргә ирешкән һөнәр алдынғылары айырым билдәләнде. Байрам сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку