Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Ғәлим Тулыбаев  тыуған ауылына ҡайтып, үҙ эшен асып ебәрә 24.05.2016

Дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам да егеткә өҫтәлмә ярҙам була.  

Ғәлиәхмәт ауылы халҡының тынлығын бысҡы  тауыштары боҙған. Әммә быға  ғәлиәхмәтәр  шат ҡына. Сөнки   ниһайәт ауылда пилорама барлыҡҡа килгән һәм хәҙер ауыл халҡына  ағасты   эшкәртеү өсөн  ситкә йөрөргә кәрәкмәй.
Санкт-Петербургта кондиционер, вентиляция ҡоролмалары менән шөғөллөнеү ярайһы ғына килем килтерә ғәлиим Тулыбаевҡа. Әммә бер аҙ аҡса эшләгәс, ул   ниндәйҙер  затлы  әйберҙәр, йыһаздар түгел, ә ауыл ерендә эшләр   өсөн техника һатып ала. Дәүләттән өс йөҙ  мең һум күләмендә субсидия  бирелгәс, пилорама өсөн ҡорамалдар  алып, эш башлап ебәрә. Бөгөн бында таҡта бысыу, мунса бурау кеүек эштәр башҡарыла.
Аҡъюл ауыл биләмәһендә бөгөн үҙ эше менән шөғөлләнгән ун һигеҙ эшҡыуар  теркәлгән. Шуларҙың  өсәүһе, йәш  кешеләрҙең  нәҡ һуңғы  йылда барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгелдер моғайын. Ауыл биләмәһе менән  былтырғы йылдан алып  йәш тәүәкәлл  егет  Буранбай Илбәков  етәкселек итә.  Йәштәштәре  менән бер тулҡында булыуы,  уртаҡ тел таба белеүе    күп башланғыстарға этәргес булып тора, ти ауыл башлығы үҙе лә.
Әле ең һыҙғанып дәртләнеп эшкә тотонған Ғәлим Тулыбаев  был башланғысы  менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Яҡын киләсәктә  эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла бер нисә тармаҡ буйынса йәйелдереп ебәрергә ниәтләй. шуларҙың берәүһе  автосервис. Ә бына  ҡалған  пландары хаҡында  егет йылмайып,   өндәшмәүҙе хуп күрҙе.  Сөнки  арала  көнәркәш  булырҙай йәштәр һуңғы йылдарҙа күбәйә бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика