Үҙ ихатаңа ни етә!

Үҙ ихатаңа ни етә! 11.08.2017

Еләк-емеше үҙ баҡсаңдан, һөт-ҡаймағын да кибеттән алаһы түгел. Ауыл кешеһенең көндәлеге генә түгел, тормош фәлсәфәһе был. Хәйбулла районы ветерандар советы йыл да үткәреп килгән «Ветеран ихатаһы» бәйгеһе оло йәштәге ауыл уңғандарының күп ҡырлы таланттарын сағылдырҙы.

Нураевтар ғаиләһе участкаһында һәр баҡсала үҫкән йәшелсә, емеш ағастарынан тыш, күҙ күрмәгән экзотик үҫемлектәр ҙә, төрлө шифалы үләндәр ҙә бар. Хатта Һиндостан ерлегенән ҡайтҡан үҫенте лә төп алынып киткән.Хужабикә уларҙы   уңыш өсөн түгел, ә һынап ҡарау өсөн ултырта. Шуға ла был баҡсала әленән-әле яңы төр үҫентеләр баш төртә.    
Нина Нураева, баҡсасы: «Баҡса үҫтерергә бик яратам. Яңынан-яңы үҫентеләрҙе һынап ҡарайым. Мамордика, санберри еләге ултыртҡаным булды. Шайтан таяғы, купена тигән шифалы үләндәр үҫтерәм. Төрлө сәскәләр ҙә ултыртам. Бына виноград. Бик тәмле булып бешә. Баҡса миңә рухи ял бирә».
Фәрзәнә Зәйнәғәбдинова, Аҡъяр ауылында йәшәүсе: «30 йыл ҡалала йәшәп, 10 йыл элек Аҡъярға күсеп ҡайттым. Бөтә нимәне үҙем үҫтерәм. Виноград өлгөрмәйерәк ҡалды. Былай тырышам инде».
Бәйгелә ҡатнашыусылар хеҙмәт йәше осоронда башлыса колхоз һәм совхозда көс һалған. Әле лә ҡул ҡушырып ултырырға йыйынмайҙар. Хәйбулла районы баҡсасылары һәм фермерҙары конкурсҡа тәҡдим иткән балланып бешкән емеш-еләк, төрлөнән-төрлө ҡайнатмалар, ҡамыр аштары, гөлләмәләр уңғандарҙың йәйе бушҡа үтмәүе хаҡында һөйләй. Был бәйгелә бер генә еңеүсене билдәләү мөмкин булмағанлыҡтан жюри ағзалары күп ветерандарҙы төрле номинацияларҙа бүләкләне. Байрам мул табын артында күңелле һөйләшеүҙәр менән дауам итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку