Үҙ эшеңде асыуға - аҡсалата дәртләндереү сараһы

Үҙ эшеңде асыуға - аҡсалата дәртләндереү сараһы 09.02.2016

Йыл ярым эсендә Яңауылдан утыҙға яҡын кеше социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған.

Гөлнара Закирова шәхси хужалығында йөҙҙән ашыу тоҡомло ҡош аҫрай. Себештәр өсөн  йылытылған айырым урын да эшләткән, унда ҡошсоҡтар ҡышты үткәрә. Бынан тыш, йомортҡа һатыуҙан килгән аҡсаға йүнсел йорт ҡуяндары һатып алған, хәҙер «оҙон ҡолаҡ»тар ҙа үрсегән.  Шәхси хужалыҡ асыу өсөн Гөлнара Закирова ҡаланан ауылға күсенгән. Хужабикә социаль ярҙам ваҡытында бүленде, тип шатлана.  
Гөлнара Закирова: «Социаль контракт нигеҙендә миңә 37 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Был аҡсаға инкубатор, тауыҡтар һатып алдым. Эшкә шөрләңкерәк тотонһам да, хәҙер өйрәнеп киттем. Һатыуға йомортҡалар сығара башланым».
Социаль контракт өс айҙан бер йылға тиклем дауам итә ала.  Ошо ваҡыт эсендә матди ярҙам алыусы дәүләт аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы тотоноуын иҫбатларға тейеш. Гөлнара Закирова өсөн был эш бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, хәҙер ул ҡош-ҡорт менән йорт ҡуяндарынан тыш, кәзә малын да үрсетергә ниәтләй. Контракт тураһындағы ҡарар нигеҙендә, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыуға хөкүмәттән  50 мең һумға тиклем аҡса бүленә.  
Гөлшат Сәхәпова, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Яңауыл филиалы бүлеге белгесе: «Бындай ярҙам айырым граждандарға ғына күрһәтелә. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән, йә ҡарауға бала алған ғаиләләргә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә лә аҡсалата ярҙам бар. Уның күләме ҙурыраҡ - 100 мең һумға тиклем етә. Был мөмкинлек менән  бер тапҡыр ғына ҡулланырға була».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика