Үҙеңдекен - халыҡҡа!

Үҙеңдекен - халыҡҡа! 01.04.2017

Өфөлә икенсе тапҡыр ғаилә утары фестивале уҙҙы. Ҡала мәҙәниәт һарайы төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Кемдер бал тәҡдим итһә, икенселәр ҡул эшен, өсөнсөләр баҡса үҫентеләре килтергән.

Башҡортостанда бөгөн туғыҙ утар һәм ун ике инициатив төркөм иҫәпләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, республикала ғаилә утарын булдырып, үҙ шөғөлдәрен тормошҡа ашырырға теләүселәр күп. Шуға ла бөгөнгө фестиваль ҡунаҡтары тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.
Былтырғы фестивалдә Башҡортостандан тыш, Силәбе, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайы,Татарстандан меңләп кеше ҡатнаша. Белгестәр әйтеүенсә, ер эше менән бәләкәй эшҡыуарлыҡ, сәләмәт тормош алып барыусы, ата-бабалар кәсебен тергеҙергә тырышыусылар шөғөлләнә. Өфөлә тыуып үҫкән Әнүәр Әбүбәкиров бер йыл элек Ғафури районында ер ала. Ул умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Алберт Ибәтуллин, фестивалдә ҡатнашыусы: «Мин һабын етештерәм. Ер алып ҡалана ситтә лә бынамын итеп донъя көтөргө була. Мин, мәҫәлән, ҡыҙымдың бала сағы өсөн һөйөнәм. Ул йәйгеһен рәхәтләнеп һыу инә, еләк-емеш ашай, тиҫтерҙәре менән уйнап үҫә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку