RSS
Хәйбулла районында ла яҙғы сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша
Район  хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм сәсеүлек майҙанының 90 процентттан ашыуында   сәсеү  тамамланған. Әммә  һауа температураһының майҙа  сағыштырмаса түбән булыуы  эш барышына үҙгәрештәр индергән.
26 / 05 / 2017 173
Быйыл Башҡортостан аграрийҙары яҙ һуңлап килеү сәбәпле, баҫыу эштәрен алдағы йылдарға ҡарағанда, ике аҙнаға кисектереп башланы
Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эште тамамлай. «Степная» агрофирмаһы тап шундайҙар иҫәбендә. Баҫыуҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгән хеҙмәткәрҙәр 4 майҙан 1 мең 55 гектар майҙанға һоло, арпа, бойҙай сәскән. Әйткәндәй, быйыл аграрийҙар эксперимент рәүешендә етенгә лә майҙан бүлгән.
26 / 05 / 2017 254
Республикала ужым бойҙайының 6 проценты апрель-май айҙарындағы ҡырауға бирешкән
Был 20 мең гектарҙан ашыу майҙан тигән һүҙ. Благовар районында ла ауыл уңғандары финанс юғалтыуҙар күләмен иҫәпләй. Ни тиһәң дә, буш биләмәне башҡа бөртөклө культуралар менән  тулыландырыу талап ителгән. Миҙгел аҙағы баҡсасыларҙы ла сыҙамлыҡҡа һанай.  
24 / 05 / 2017 180
Башҡортостанда бал ҡорттары күпләп ҡырылыуы тураһындағы хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй
Республика ветеринарҙары Башҡортостан төбәктәрендә ҡорт күстәренең нисек ҡышлауын тикшергән. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, ҡорттарҙың ҡырылыуы норманан аҙ ғына юғарыраҡ булыуы асыҡланған. Атап әйткәндә, бал ҡорттары  һәләк булған умарталыҡтарҙа  варатоз ауырыуының 23 процентҡа етеүе билдәләнгән, күс именлеге өсөн ул 3 проценттан ашмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ ситтән килтерелгән бал ҡорттары алты ай буйы ҡышлауға өйрәнмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, карпат, кавказ ҡорттары бер айҙан ашыу умартала ябыҡ һаҡлана алмай.    
24 / 05 / 2017 225
Баймаҡ районы яҙғы баҫыу эштәрен тамамлай
Күрһәткестәр буйынса төбәк йәнә республикала алдынғы урындарға дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта малсылыҡтан якшы килем алыу, мал аҙығына,  һауымды арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтеү бурысы тора. Ошо көндәрҙә ведомство етәкселәре  Урал алды  райондарына эш сәфәре барышында Баймаҡ районының да  хужалыҡ баҫыуҙарын, Күлтабан һөт етештереү комплексында  малсылыҡ тармағын   ҡараны.
23 / 05 / 2017 247
Аграрийҙар ҡырау һуҡҡан ауыл хужалығы культураларының зыян күләмен иҫәпләй
Һуңғы аҙна-ун көндә күҙәтелгән һыуыҡтар эҙһеҙ үтмәй. Баҫыуҙарҙа ужым бойҙайының 22 мең гектары зыян күргән. Ошо уҡ хәл Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә теркәлгән. Белгестәр фекеренсә, йәй айҙарында яуым-төшөм кәмеп, көндәр эҫетһә, 2010 йылғы ҡоролоҡ ҡабатланыуы ихтимал.
23 / 05 / 2017 182
Яҙғы сәсеү эштәре былтырғы күрһәткескә яҡынайған
Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярауай, бөртөклө һәм борсаҡ культуралары 1 мең 811 гектарҙа сәселгән. Был пландың 84 проценты. Былтыр был мәлдә эш майҙандарҙың 91 процентында  теүәлләнгән булған.
22 / 05 / 2017 216
Ауыл хужалығының донъялағы иң алдынғы технологиялары Башҡортостанда һынау үтә
Был көндәрҙә Ғафури районының «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығында Франциянан һәм Германиянан килтерелгән заманса шәкәр сөгөлдөрө сәскестәре ҡулланыла. Уның һуңғыһы әлегә тиклем Рәсәйҙең бер төбәк баҫыуын да иңләп өлгөрмәгән. Әммә бөгөндән үк билдәле булыуынса, Гримме агрегаты йыл һайын хужалыҡҡа ярты миллион һумға яҡын аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк.
16 / 05 / 2017 178
Республика хужалыҡтары картуф сәсеүгә төштө
Күгәрсен районының «Тәүәкән» предприятиеһы ауыл хужалығы культуралары менән бер рәттән икенсе икмәкте лә онотмай. Тәжрибә үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти аграрийҙар. Алынған уңыш ғәҙәттә, төбәк халҡын ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙы ла тәьмин итергә етә. Күмәртәләп һатып алыусылар ҙа юҡ түгел. Шулай ҙа быйыл сәсеү майҙаны былтырғы йыл менән сағыштырғанда, аҙыраҡ. Һауа шарттары ыңғай торған осраҡта, сәсеү эштәре хужалыҡта ике көндән тамамланыр тип көтөлә.
16 / 05 / 2017 192
Баймаҡ аграрийҙары бөгөн баҫыуҙарҙың 60 процентында сәсеү эштәрен тамамланы
Хужалыҡ эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Алдынғы хужалыҡтарҙың береһе  «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был тәңгәлдә райондың күп хужалыҡтарына үрнәк булып тора.
16 / 05 / 2017 178
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан аграрийҙары сәсеүҙе ваҡытында тамамларға ниәтләй
Бөгөн республика сәсеүлектәренең 2 миллион 159 мең гектар  майҙанының 51 процентында яҙғы баҫыу эштәре теүәлләнгән. Бөртөклө культуралар  57, шәкәр сөгөлдөрө 61, көнбағыш 60 проценттан ашыу майҙанда сәселгән. Көньяҡ һәм Урал буйы райондарына 20 майға, ә Урал аръяғы һәм төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш райондарына 25 майға иртә культуралар сәсеүҙе тамамлау маҡсаты ҡуйылған. Ҡарабойҙай, кукуруз  һәм башҡа йылы яратҡан культураларҙы 1 июнгә тиклем сәсеп бөтөү бурысы ҡуйылған.
15 / 05 / 2017 186
Рәсәйҙең «Иң яҡшы һабансыһы» конкурсы быйыл Башҡортостанда үтә
Алтынсы бөтә Рәсәй чемпионаты «Баҫыу көнө» сиктәрендә ойошторола. Ер һөрөү буйынса ярышта республика  механизаторҙары һәм ил төбәктәрендә уҙған конкурс еңеүселәре ҡатнаша.   26 июндән 1 июлгә тиклем барған сараға Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән аграр тармаҡ белгестәре  килеүе көтөлә.
15 / 05 / 2017 249
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә
Тотороҡһоҙ һауа торошона ҡарамаҫтан, Иглин районы эшсәндәре дым ҡаплау менән мәшғүл. Әле эш дөйөм майҙандарҙың 80 процентында башҡарылған. Иртә культураларҙы сәсеү ҙә ҡыҙа бара. Мостафин крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында 350 гектар майҙанда тупраҡ гербицидтар менән эшкәртелгән һәм ашлама индерелгән. Райондың "Агро-весна" хужалығы быйыл яҙғы сәсеүҙе 2000 гектарҙа башҡарарға иҫәп тота. Техника төҙөк, кәйефтәр күтәренке, ти хужалыҡ етәксеһе.  
08 / 05 / 2017 182
Ауыл хужалығында конкурентлыҡ көсәйә
Был яҡшы күренеш һәм ул тармаҡты үҫтереү өсөн ҙур этәргес булып торасаҡ, тине ведомство етәксеһе Илшат Фәйзрахманов.  Хәҙерге шарттарҙа өҫтәмә саралар күрмәй тороп мул ашлыҡ өмөт итеү урынһыҙ. Конкурентлыҡ көсәйеүенең  сәбәптәре төрлө. Көнбайыш санкцияларынан алып һауа торошона  тиклем.  Хужалыҡтар был шарттарҙа нисек эш итә?
04 / 05 / 2017 191
Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» хужалығында һауым күрһәткестәре йылдам арта
Комплекста башлыса голштин тоҡомло малдар аҫрала. Яңыраҡ Калининградтан тағы ла 247 баш башмаҡ һатып алына, улар Башҡортостандағы тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлашты,-ти ферма зоотехнигы Гөлшат Ҡолшәрипова.
03 / 05 / 2017 260
Һуңлап башланған сәсеү уңышҡа йоғонто яһамаясаҡ
Көндәрҙең аяҙ тороуы аграрийҙарға эш графигын ҡыуып етергә мөмкинлек бирә. Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында тамамланасаҡ, тип ышандыра улар. Әле хужалыҡтар бөртөклө културалар менән бергә ҡуҙаҡлыларҙы сәсеүгә төшкән.
03 / 05 / 2017 281
Шаран районы аграрийҙары ла яҙғы сәсеү эштәренә төштө
Йылдағыса байрамды ололар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла, ҙурлап билдәләне.
03 / 05 / 2017 245
Аҙна яңылыҡтары. Киләсәктә башҡорт тоҡомло аттары танымаҫлыҡ булып үҙәреүе ихтимал
Эволюция йылҡы малының хәҙерге тәғәйенләнешенә бәйле. Элек беҙҙең аттар ауыр эштәрҙә егелеп, йөк тартып, тибендә ҡышлап сынығып үҫкән. Уның тышҡы ҡиәфәте лә тәпәшәк, көслө арҡалы, ҡалын елкәле булып формалашҡан. Хәҙер иһә, техника заманында аттар бик һирәк ҡулланыла. Уны башлыса ит һәм ҡымыҙ өсөн генә тоталар. Йыш ҡына ҡурала бикле тороу йылҡы малының  эволюцияһына ла йоғонто яһай. Кем белә, бәлки, ярты быуаттан башҡорт тоҡомло аттар ҙа Орлов юртаҡтары шикелле бейек, йылғыр булырҙар. Белгестәр быға артыҡ борсолмай. Тик бына ҡымыҙ сифаты башҡорт тоҡомло аттарҙың әлеге ҡиәфәтенә, сифатына бәйле түгелме икән?
30 / 04 / 2017 182
Аҙна яңылыҡтары. Һыйыр малына эволюцияның йоғонтоһо тағы ла көслөрәк булыуы ихтимал
Сөнки бөйрәкәйҙең хужалыҡ хайуанынан бесәй кеүек йорт эсе тәрбиәләнеүсеһенә әйләнеүе бар. Хәҙер бит хөкүмәтебеҙ мохтаждарға социаль ярҙамды ла һыйырлата бирә башланы. Тимәк, ҡураһы булмағандар өй эсендә тоторға мәжбүр була түгелме?  Әллә  һарайы булмағандар социаль ярҙамһыҙ тороп ҡаламы?
30 / 04 / 2017 222
Аҙна яңылыҡтары. Быйыл республикала 2 миллион 160 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыу ҡаралған
Аграрийҙар әйтеүенсә, ҡуҙаҡлы культураларҙың майҙандары бермә-бер арттырыла. Республика сәсеүлектәрендә полба, люпин тигән үҫемлектәр һынап ҡараласаҡ. Айырыуса, ноҡот борсағына өмөт ҙур. Былтыр был ҡуҙаҡлы культураны Дәүләкән районы хужалыҡтарының береһе сәсеп юғары табыш алған.
30 / 04 / 2017 228

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 31 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика