Йылына 240 мең пациент, заманса шарттар, меңдән ашыу эш урыны

Йылына 240 мең пациент, заманса шарттар,  меңдән ашыу эш урыны 31.10.2014

Бөгөн Өфөлә «Әсә һәм бала» клиник госпитале асылды. Шәхси медицина учреждениеһы  йыл ярым элек кенә төҙөлә башлағайны. 3000 квадрат метрлыҡ объектты сафҡа индереүгә 4 миллиардтан ашыу аҡса тотонолған. Бында  операциялар үткәрергә лә, бала табырға ла мөмкин. Балалар поликлиникаһы ла бар. Клиник госпиталде асыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов,  «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе Марк Курцер,  илдең акушер-гинекологтар мәктәбенә нигеҙ һалыусы Галина Савельева һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.  

Евгения менән Антон ике айҙан әсәй һәм атай булырға әҙерләнә. Йәш ғаилә  сабыйҙың  карауаты өсөн урын, коляска ғына түгел,  бала табыу  учреждениеһын да алдан һайлап ҡуйған. Евгения сабыйын Өфөлә асылған «Әсә һәм  бала» клиникаһында донъяға  килтерергә теләй. Сөнки улар был  компанияның кимәле менән күптән таныш. Әлегә тиклем Сипайлово биҫтәһендә  клиниканың филиалы эшләп килә ине. Был бинала бала табыу  бүлеге булмаһа, яңыһында  буласаҡ әсәйҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.
Евгения менән Павел һымаҡ бала табыуға алдан уҡ әҙерләнгән парҙар бихисап. Яңы  клиникала улар өсөн  тулы шарттар бар. Әлбиттә, бушлай түгел. Яңы дауаханала  сабыйға ғүмер бүләк итеү  өсөн 80 мең һумдан ашыу түләргә кәрәк,  бала операция ярҙамында донъяға килһә - 100 меңдән артығыраҡ. Уның ҡарауы, туҡландырыу ресторандағы һымаҡ, палаталар бер кешелек, эргәңә ғаилә ағзалары ла инеп йөрөй ала.
Ҡунаҡтар  клиниканың бүлектәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты. Яҡынса 200 урынға иҫәпләнгән  бина иң һуңғы медицина  ҡоролмалары менән йыһазландырыған, шуға күрә бында  ҡатмарлы тип һаналған операцияларҙы ла үткәрергә мөмкин.  
Мәҫәлән, ошо ҡоролма ярҙамында хатта әсә ҡарынында ятҡан сабыйға операция яһарға мөмкин. Әлегә пациенттар юҡ, шуға күрә был  алымдың үҙенсәлеген  йәшелсәләрҙә генә һынап ҡарарға мөмкин. Эндоскоп борос эсендәге ваҡ ҡына емештәрҙе лә күрһәтә.  Шулай уҡ видеокамералар аша операция барышында бөтә донъя табиптары менән бәйләнешкә сығырға була.
Клиниканы күп функциялы үҙәк йәки ғаилә дауаханаһы тип әйтергә мөмкин. Бында бала табыу бүлеге,  консультация-диагностика үҙәге,  лабораториялар,  балалар поликлиникаһы бар, төрлө органдарға операциялар яһала. Табиптар түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙән тыш, социаль йүнәлештә лә эшләргә йыйына, улар ҡатмарлы операцияларҙы үҙҙәренең өҫтөнә алырға ниәтләй. Ҡунаҡтар  әйтеүенсә, был учреждениеның  асылыуын халыҡ-ара  кимәлгә сығыу тип әйтергә мөмкин.
Яңы клиника  халыҡ араһында  ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған да инде,  яҙылыу алдан уҡ башланған, тәүге пациенттарҙы  иртәгә көтәләр.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку