Йыл һайын Башҡортостан буйынса медик-социаль экспертиза бүлектәренә 90 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә

Йыл һайын Башҡортостан  буйынса медик-социаль экспертиза бүлектәренә 90 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә 09.09.2014

Тикшереү үтеүселәрҙең 70 меңгә яҡыны инвалид тип таныла. Статистикаға ярашлы, иң хәүефле һөнәр эйәләре тип төҙөүсе, ағас ҡырҡыусы, шахтер, водителдәр таныла. Киләһе сюжет геройы Белорет районында йәшәүсе Рәүеф Хажиәхмәтов та водитель булып эшләгән.

Рәүеф тормошона зарланырға яратмай. Бөтәһе кеүек ең һыҙғанып эшләнем, йортло булырға тырыштым ти ир. Оҙаҡ йылдар ул Межгорье ҡалаһындағы хәрби часта эшләй, артабан урындағы эшҡыуарҙарҙың береһенә водитель булып урынлаша. Тап руль артына ултырғандан һуң 54 йәшлек ир бармағын өҙҙөрә.  
Рәүеф Хажиәхмәтов: «Тимер менән булышҡанда яңылыш ҡына баш бармағымды ҡыҫып, өҙҙөртөп ҡуйҙым. Дауаланғас, медицина комиссияһы үттем, инвалидлыҡ бирҙеләр. Ләкин бер йылдан льготамды бөтөрҙөләр, быны һаулығымдың тотороҡло булыуы менән аңлаттылар».
Бер бармаҡ ни тиһәң дә ҙур юғалтыу түгел инде тигән һымаҡ Рәүеф тә ҡул ҡаушырып ултырғансы тип эшкә төшә, йөк автомобилен йөрөтә башлай. Ләкин  2013 йылда ирҙең күҙенә тимер ярсығы эләгә. Хәҙер һыңар күҙе генә күргәнгә эшкә алыусы ла юҡ, ти ул. Инвалидлыҡҡа ла дәғүә итеп булмағанлығы асыҡлана. Сөнки законға ярашлы, ғәҙәттә, парлы органды юғалтыу льгота алыуға нигеҙ була алмай. Ләкин барыбер ҙә һәр осраҡ айырым өйрәнелергә тейеш.
Роза Баҡыева, Башҡортостан буйынса баш медик-социаль экспертиза бюроһы етәксеһе урынбаҫары: «Инвалид тип таныу шәхси күҙлектән сығып башҡарыла. Иң башта һәр төбәктә булған медик-социаль экспертизаға мөрәжәғәт итеп тикшереү үтергә кәрәк.  Был осраҡта гражданиндың был хоҡуғын бер кем дә кире ҡаға алмай. Ә инде комиссия ҡарары менән риза булмаған хәлдә уға ризаһыҙлыҡ. Бының өсөн документтарҙы Республика буйынса баш медик-социаль экспертиза бюроһына йүнәлтергә кәрәк».
Әгәр ҙә инвалидлыҡҡа дәғүә итеүсе республика экспертизаһы ҡарарын ғәҙел тип тапмаһа, Мәскәүгә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бынан ары мәсьәләне тик суд аша ғына хәл итеп була ти белгестәр. Теләгенә ирешергә теләүсе өсөн төрлө юлдар бар. Бынан тыш, йәрәхәтләнгәндән һуң кешегә яраҡлашыу осорона инвалидлыҡ бирелеүе мөмкин. Ә тейешле хеҙмәттәр гражданинға икенсе һөнәр алырға ла ярҙам итә ала. Теләк кенә булһын.  
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку