Юғары температура ярҙамында яман шешкә ҡаршы көрәш 04.12.2014

90-сы йылдарҙа аяуһыҙ сир менән яфаланыусыларҙың 40 процентын аяҡҡа баҫтырып булһа, бөгөн яҡынса уларҙың 60 проценты һауыға. Ә егерме йылдан һуң ауырыуҙарҙы тулыһынса дауалап  буласаҡ тигән өмөттә Республика онкология диспансеры табиптары.

42 градус эҫелек. Тап ошо температурала эске ағзаларҙың зарарланған өлөшөн - яман шеш күҙәнәктәрен юҡҡа сығарып була.  Химия йәки нур терапияһы менән дауаланғанда, был ысул ауырыуҙың тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итә. Был йәһәттән Республика онкология диспансеры дауалауҙа гипертермия аппаратын ҡуллана башланы.
Дилара Ғилманова, табип-ординатор: «Беҙҙең өсөн иң мөһиме - пациентты һау күҙәнәктәренә зыян килтермәй  дауалау. Был күҙәнәктәрҙә йылылыҡ әйләнеше бара, шуға температура  ағзаның зарарланған өлөшөнә генә тәьҫир итә  Процедура барышын компьютер аша күҙәтәбеҙ».
Юғары температура ярҙамында аяуһыҙ сирҙе дауалау яңылыҡ түгел. Европа илдәре клиникаларында был ысул егерме йыл самаһы элек индерелгән.  Махсус ҡоролманың үҙенсәлеге шунда: электродтар менән тәндең зарарланған өлөшөн дауаларға мөмкин. Ейәнсура районынан Миңзәлә Йәғәфәрова  яңы ысул ярҙамында тиҙ арала һауығыуға өмөтләнә.  
Миңзәлә Ғафарова, дауаланыусы: «Кемдәргә ошондай диагноз ҡуйыла ҡурҡып ҡалмағыҙ, Һеҙҙе һәйбәт табиптар яҡшы аппараттар ҡулланып дауалаясаҡ. Һауығырға өмөт итәм».
Сеанс бер сәғәт, дауалау курсы ун көн дауам итә. Әйткәндәй, үткән айҙа диспансерҙа яңы ысул буйынса өс кеше дауаланған. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырырлыҡ.
Нәзирә Вәлиева, республика онкология диспансеры табибы: «Илеш районынан килгән бер пациентым бик ауыр хәлдә ине. Нур терапияһын алып, гипертермия үтеп, һауығып, ауыртыуҙары баҫылып, бик ҙур өмөттәр менән ҡайтып китте. Шуның өсөн гипертермия ысулына беҙ бик ҙур өмөттәр бағлайбыҙ».
Рәсәйҙә был махсус ҡоролма ярҙамында дауалауҙы тик бер нисә онкология үҙәге генә ҡуллана. Республика өсөн был яңы башланғыс булһа, ауырыуҙар өсөн һауығыуға ҙур өмөт. Яман шеште юҡ итеүҙә гипертермия онкологияһы хирургик ысул, нурлы һәм химия терапияларынан һуң дүртенсе көс булыр тигән өмөттә табиптар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика