Ярҙам кәрәк!

Ярҙам кәрәк! 15.09.2014

Өфөнөң махсуслаштырылған сабыйҙар йортонда ваҡытлыса йәшәүсе Валерия Имановаға «Мираҫ» хәйриә фонды ярҙамында Санкт-Петербургта ҡатмарлы операция яһаласаҡ.

Валерия ваҡытынан алда алты айлыҡ булып тыуа. Сабыйҙың аяҡ-ҡулдары тулыһынса формалашып өлгөрмәй. Әсәһе унан бала табыу йортонда уҡ баш тарта. Ни бары 900 грамм булып донъяға килгән Валерияға әле 5 йәш. Алсаҡ, тырыш ҡыҙ, ҡулдарында бармаҡтары булмаһа ла, ҡалаҡ һәм башҡа әйберҙәр тоторға өйрәнгән. Ләкин атлай алмай, табандары юҡ.
Валерия Иманова сабыйҙар йортонда төрлө дауаланыу курстары үтә. Санкт-Петербургта ҡыҙҙың аяҡ-ҡулдарына махсус протездар ҡуйыласаҡ. Ләкин Валерия ата-әсә наҙынан мәхрүм. Табиптар әгәр ҡыҙ ғаиләлә йәшәһә, тиҙерәк аяҡҡа баҫыр ине тип билдәләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика