Ярҙам кәрәк! Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды менән берлектәге акцияһы дауам итә 13.01.2016

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе 11йәшлек Анна Посаженникова  һаңғыраулыҡтан интегә.Ҡыҙға ишетеү ҡоролмаһы һатып алыу өсөн 190 мең 600 һум талап ителә. Сумманы үҙаллы йыйыу ғаиләнең хәленән килмәй. Аннаға ярҙам итергә теләүселәр 3434 һандарына ФЕЯ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы 50 һум.

Әсәһенең әйткәнен Анна аппарат ярҙамында ғына ишетә, математиканан бирелгән мәсьәләләрҙе бергәләп эшләйҙәр.Ҡыҙ  махсус мәктәптә дүртенсе синыфта уҡый. Ҡолаҡтары һаңғырау булғанға ул дөйөм мәктәпкә йөрөй алмай. Артабан  Өфөләге махсус мәктәптә белем алырға тура киләсәк.Ҡыҙҙың ике ҡолағы ла ишетмәй. Һаңғыраулыҡ диагнозы бер йәшендә ҡуйыла.
Наталья Посаженникова, Аннаның әсәһе: «Туғыҙ айлыҡ сағында  сирләне. Унан һуң өндәшкәнгә әйләнеп ҡарамай, һуңынан бөтөнләй шымып ҡалды. Өс йәшендә  ишетеү аппараты ярҙамында ишетә башланы.Ҡайһы берҙәре уға  тура килмәй. Яраҡлыһын һатып алыу өсөн ҙур сумма кәрәк».
Ҡыҙ алты йәшендә генә һөйләшә башлай. Өндәрҙе тейешенсә әйтә алмай әле. Сир арҡаһында үҫеше лә артта ҡалған. Өфөләге һаңғырауҙар өсөн тәғәйенләнгән  йорт-интернаттағы тәрбиә һәм өҙлөкһөҙ шөғөлләнеү уға һөйләшә алыу бәхете биргән.  
Ирина Посаженникова Аннаның өләсәһе: «Аннаға ҡиммәтле ишетеү аппараты һатып алғас, ул  тәүге тапҡыр Аня, тигәнгә әйләнеп ҡараны. Үҙенең исемен дә  дә шунда ғына  белде. Дүрт йәшендә Өфөгә балалар йортона, артабан интернатҡа  бирҙек. Ныҡ һағына ине. Ул  белем алырға тырыша. Ишетеү менән проблема булмаһа алдынғы уҡыусы булыр ине».
Анна ҡул эштәренә оҫта. Киләсәктә парикмахер булырға хыяллана. Ҡыҙға ата-әсәһе  иштеү аппараты һатып алған. Тик ул  биш йылға тәғәйенләнгән һәм хәҙер тағы алыштырырға кәрәк. Уның өсөн 190 мең 600 һум талап ителә. Сумманы үҙаллы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй. Улар  "Беҙҙең балалар" хәйриә фондына мөрәжәғәт иткән.  Аннаға ярҙам итергә теләүселәр 3434 һандарына ФЕЯ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы 50 һум. Смс ебәреүсенең кеҫә телефоны иҫәбендәге аҡса йөҙ һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Мәрхәмәтле булайыҡ!  

ЯРҘАМ КӘРӘК!
АННА ПОСАЖЕННИКОВА
3434 ҺАНДАРЫНА ФЕЯ ҺҮҘЕН ЯҘЫП СМС ХӘБӘР ЕБӘРЕҮ ХАҠЫ 50 ҺУМ

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика