Ярҙам кәрәк! 20.04.2016

Стәрлетамаҡ ҡалаһында башына боҙ төшөп ауыр хәлдә ятҡан Арина йүнәлә башлаған. Өс йәшлек ҡыҙ Республика балалар клиник дауаханаһында. Сабый  яңынан һөйләшергә өйрәнә. Әммә реабилитациянан тыш уға пластик операция яһау талап ителә.  Бының  өсөн 1 миллион ярым һум аҡса кәрәк.   Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

Йәйғор, болоттар һәм йәшел үлән - Арина аяғындағы гипсҡа һүрәттәр эшләгән.   Иң ауыртҡан еренә ҡояш төшөргән. Аяҡ һыҙлауы  баҫылмаһа ла, шулай еңелерәк ти.  
Фажиғә   9 мартта теркәлә. Өләсәһе өс йәшлек ейәнсәрен тышҡа  саф һауа һуларға алып сығырға була. Әммә улар үҙҙәре йәшәгән өйҙөң ишеге алдында уҡ ҡазаға тарый, сабыйҙың өҫтөнә биш ҡатлы йорттоң ҡыйығынан боҙ ишелеп төшә.
Тимур Кузнецов, Аринаның олатаһы: «Мин бындай хәлде ҡурҡыныс фильмдарҙа ла күргәнем юҡ. Боҙ киҫәге ейәнсәремдең баш һөйәген урталай ярып инеп киткәйне. Бына  стенаға сәсрәгән ҡан эҙҙәре».
Ашығыс ярҙам машинаһында баланы  шунда уҡ  Стәрлетамаҡтың  1-се дауаханаһына килтерәләр. Кескәй ҡыҙға   оҙайлы операция кисерергә тура килә,  уның хәле бик ауыр булып сыға. Баш һөйәге, ҡабырғалары, аяғы һәм башҡа ерҙәре йәрәхәтләнә.
Юлиә Хлескина, Аринаның әсәһе:  «Стәрлетамаҡта  реанимацияла беҙгә баланың иҫән ҡалыуына өмөт иллегә илле  процент тинеләр. Өфөгә килгәс бала вегетатив хәлгә төшөргә саҡ ҡына ҡалған, ул саҡта кеше тын ала, ишетә , әммә аңына килә алмай. Ә минең ҡыҙым хәрәкәтләнә, ултыра башланы. Инде һөйләшә алмаҫ тип ҡурҡҡайным, яйлап ҡына һүҙҙәр әйтә башланы».
Аринаның сәләмәтлеге яҡшыра башлаған. Ул бер -нисә операция кисергән, әле реабилитация үтә. Сабый үҙ аллы хәрәкәтләнә алмай.
Ринат Мусин, республика балалар клиник дауаханаһының балалар психоневрологияһы һәм эпилептологияһы үҙәге мөдире: «Нейрохирургия бүлегендәге операция, табиптарҙың оҫталығы һәм тырышлығы ярҙамында уның хәле яҡшыра башлаған. Ә беҙҙең дауаханала ул ун көн тирәһе ята. Балаға  сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә».
Пластик операция һәм артабан дауаланыу өсөн яҡынса бер миллион ярым аҡса талап ителә. Аринаны әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй һәм был сумманы  үҙ аллы йыя алмайҙар. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә. Аҡса күсереү өсөн иҫәпте һеҙ экранда күрәһегеҙ. Баланың  яҙмышына битараф булмағандар ярҙамы менән 700 мең һум аҡса йыйылған. Тағы ла шул тиклем сумма кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика