Ярҙам кәрәк! 11.05.2015

Өфөлә йәшәүсе биш йәшлек Сафия Ғиззәтуллина эпилепсия менән аҡыл үҫеше тотҡарланыуынан  интегә. Бала төндәр буйы йоҡлай алмай интегә. Төрлө препараттар  менән дауалау хәлде киҫкенләштерә генә.  Ата-әсәһе  ҡыҙҙы Ҡытайға алып барырға  теләй. Сафия унда энә , массаж һәм башҡа төр дауалау аласаҡ. Бының өсөн биш йөҙ меңдән ашыу сумма аҡса талап ителә. Уны үҙаллы йыйыу ғаиләнең үҙ көсөнән  килмәй. Ғиззәтуллиндар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына ышана.

Сафия йырларға хыяллана.  Тик йырҙың һүҙҙәрен ул әйтә алмай. Үҙе генә  аңлаған телдә  көйләп көҙгө алдында һәр ҡыҙға хас булғанса бөтөрөлөргә ярата. Тиҙҙән уның тиҫтерҙәре уҡырға барырға йыйына. Ә ҡыҙ әле ҡайһы бер һүҙҙәрҙе генә  айырым әйтә ала.  Әсә менән ҡыҙ көндәр буйы хәрефтәр, һүҙҙәр өйрәнә. Сафия бик теләп шөғөлләнә. Тик иртәгәһенә бөгөн уҡығанды ул хәтерләмәй. Йоҡлағанда уны  өйәнәк тота. Унан һуң барыһын да яңынан башларға тура килә. Сир  айырыуса ай тулғанда үҙен ныҡ һиҙҙерә.
Сафияның муйыны  кендек  бауына  уралып тыуған. Әсә йөрәге баланың сәләмәтлегендәге тайпылыштарҙы шунда уҡ һиҙгән.  Дүрт айлыҡ сағында ҡыҙҙың  тәне  төндә тартыша башлай. Табиптар уның ниндәй сирҙән интегеүен билдәләй алмаған. Эпилепсия диагнозы бынан йыл ярым  элек кенә  ҡуйылған. Бала үҫә, тик  аҡыл үҫеше  шул килеш ҡала.  Сирҙе төрлө препараттар менән дауалап ҡарайҙар. Тик был ғына  хәлде еңеләйтмәй.  
Светлана Ғиззәтуллина, Сафияның әсәһе: «Аҡыл үҫеше өсөн тәғәйенләнгән  препараттар ҡабул итә башлаһаҡ, баланы  өйәнәк тота башлай. Эппилепсия менән көрәшеү аҡыл үҫеше тотҡарланыуына килтерә».
Сафия коррекцион балалар баҡсаһына йөрөй. Көндөҙ ул бик әүҙем. Уйнай, һикерә, көлә. Ә   төн еткәс ыҙалауҙар башлана. Тотош тәне тартыша. Илай. Быума ун биш минут һайын да килеп тота.  Ата-әсәһенә ул ҡайһы ере ауыртҡанды ла әйтә алмай. Ғаилә ҡыҙҙы ниндәй генә дауаханаларға йөрөтмәй. Тик  һөҙөмтә юҡ.
Ғиззәтуллиндар  Сафияны Ҡытайға алып барырға теләй. Ҡытай табиптары ҡыҙҙы энә, массаж һәм башҡа төрлө юлдар менән дауалай ала.
Унда барыу өсөн биш йөҙ мең һумдан ашыуыраҡ аҡса талап ителә. Ғаилә был сумманы үҙалалы  йыя алмай.   Беҙ Сафияға бергәләп ярҙам итә алабыҙ! Бының өсөн экрандағы иҫәпкә аҡса күсереү ҙә етә. Ғиззәтуллиндарҙы Ҡытайҙа 10 ндән һуң көтәләр. Ваҡыт аҙ ҡалып бара. Сафияның рәхәтләнеп һөйләшкеһе, ә төндәрен тәмле төштәр генә күреп йоҡлағыһы килә.
Рәмилә Исмәғилева

САФИЯ ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ БҮЛЕГЕ  №8598
ИҪӘП 40817810106003195403
К/C:  30101810300000000601
КПП: 027802001
ИНН: 7707083893
ОКПО: 09105901
ОГРН: 1027700132195
БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8-917-378-33-98

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика