Янғындан һуң тыуған бизнес

Янғындан һуң тыуған бизнес 25.11.2015

Әбйәлил районынан Әнисә Намаҙбаева  ут сығып өйһөҙ ҡалғандан һуң,  Өфөгә килеп үҙ эшен асып ебәрә. Бөгөн ҡатындың массаж кабинеты бар, ул аяҡтан яҙғандарҙы торғоҙоп ебәрә, быуын ултырта,  һөлөк ҡуя. Әнисә Рәйес ҡыҙына  ярҙам һорап республиканың төрлө төбәктәренән генә түгел, хатта сит илдәрҙән дә киләләр.  

Әнисә  Намаҙбаева  янғынды ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй, ярты сәғәт эсендә яңы ғына һалып сыҡҡан донъялары көл-күмергә әйләнә.  Йәшәүҙең мәғәнәһе лә ҡалмай, Әнисә Рәйес ҡыҙы был ҡайғыны йөрәге күтәрә алмаҫ, тип ҡурҡа.  Әммә балалары хаҡына бирешмәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, тип  кире аяҡҡа баҫырлыҡ көс таба.  Өфөгә килеп массаж эшләй, кешеләрҙе дауалай башлай.
Массаж эшләүселәр күп,  әммә  ысын оҫталар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.  Баш ҡалала Әнисә Намаҙбаеваның тылсымлы һәм шифалы ҡулдары хаҡында дан тиҙ тарала, халыҡ күпләп йөрөй башлай. Ханым шул ваҡытта үҙ кабинетын асырға хәл итә,  хәҙер был бүлмәнән аяҡтан яҙып килгәндәр йүгереп сығып китә. Быуыны сыҡҡандар,  мейеһе һелкенгәндәр күп мөрәжәғәт итә. Спортсылар  йыш килә. Өфөнән Гөлсәриә Ураҙаева дауаланырға  ғаиләһе менән йөрөй,  Әнисә ханым мине инвалидлыҡтан ҡотҡарҙы, ти ул.  
Әнисә Намаҙбаева  эшләгән аҡсаһына  янған донъяһын да тергеҙә, балаларын да үҫтерә.  Дауалау оҫтаһы  тыуған яғы Әбйәлил районына ҡайтып та халыҡты ҡабул итә, көнөнә 19 кеше килгән саҡтар  бар, ти ул.
Әнисә ханым  һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре, әммә, уның фекеренсә массаж яһау өсөн белем генә етешмәй. Тәбиғәттән бирелгән һәләт булырға тейеш.  Борон ата-бабаларым  билдәле имселәр булған,  төрлө сирҙәрҙе тойоу көсө уларҙан күскән, ти ул. Шулай уҡ кешене дауалағанда бөтә күңелеңде, энергияңды биреү ҙә мөһим.
Хәҙер Әнисә Намаҙбаеваның  яҙмышын янғынға тиклем һәм унан һуңға бүлергә мөмкин. Һынау күтәрә алғандарға ғына бирелә, ауырлыҡтар алдында баш эйергә ярамай,  көслө рухлылар өсөн асыҡ ишектәр күп, ти йүнсел ханым.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика