Яман шеште дауалауҙа яңы технологиялар

Яман шеште дауалауҙа яңы технологиялар 28.11.2014

Сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауалау пациенттың ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә. Ошо йәһәттән республика клиник онкология диспансерында   заманса ысулдар ҡулланыла.

Операция өҫтәлендә оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ, уның бөйөрөндә яман шеш булыуы асыҡланған. Тәжрибәле хирургтарҙың маҡсаты- ағзаның зарарланған өлөшөн алып ташлау . Бер-нисә йыл элек кенә    бындай диагноз менән сирләүселәргә бер бөйөрһөҙ ҡалыу янаған.
Юрий Хризман, республика клиник онкология диспансерының онкоурология бүлеге мөдире: «Юғары технологиялар  ҡулланыу ағзаны һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Хәҙер бөйөрҙәге яман шешкә лапроскопия  менән дә операция яһала. Ләкин лапроскопияны һәр осраҡта ла ҡулланып булмай. Мәҫәлән, шеш артыҡ ҙур булһа һәм бөйөр туҡымаларына тәрән үтеп инһә».
Республика клиник онкология диспансерында йылына 12 меңдән ашыу кеше дауалана. Уларҙың  биш меңләбенә операция яһала, ҡалғандары  химия һәм нурлы терапия үтә. Ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың енес ағзаларындағы һәм йыуан эсәктәге яман шеш иң таралған сирҙәрҙән һанала.
Ә был бүлмәлә ике ҡатмарлы операция бер юлы эшләнә.  Пациенттың  йыуан эсәгендәге яман шеште алыу  һәм үпкәһендәге метастазаны юҡ итеү бер-нисә сәғәттә башҡарыла. Элек   операция яһатыу өсөн ҡат-ҡат  дауаханаға ятырға һәм ике тапҡыр  наркоз  үткәрергә тура килһә, заманса ҡорамалдар һәм алтын ҡуллы хирургтар  ике эште бергә алып бара.
Рөстәм Әйүпов, республика клиник онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары: «Операцияның үҙенсәлеге шунда, ул видеоэндоскопия технологияһы ярҙамында башҡарыла. Яман шеште алып ташлау өсөн эсәк ҡыуышлығына ҙур булмаған тишектәр аша операция эшләнә. Һуңынан үпкәгә лә ошондай уҡ юл менән операция яһала».
Һөҙөмтәлә пациент сирҙе еңелерәк үткәрә, ти табиптар. Сирле бер-ике тәүлек үтеүгә аяғына баҫа ала. Дауахананан тиҙерәк сыға.   Иң мөһиме -  яман шеш менән көрәштәге иң ҡәҙерле  төшөнсә -  ваҡыт һуҙылмай, ә  кеше ғүмере оҙая ғына
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика