«Йөрәктән-йөрәккә» 26.11.2014

Өфөнөң 21-се клиник ҡала дауаханаһында үткән хәйриә концерты шулай аталды.  Һаулыҡ һағындағылар алдында йәш һәләттәр - Владимир Спиваковтың халыҡ-ара фонды стипендиаттары сығыш яһаны. Бындай концерттар йыл һайын ойошторола, беҙҙә ул тәүге тапҡыр үтте.

Гөлнара Мостафина, 21-се клиник дауаханаһының баш табибы: «Табиптар ауырыуҙарҙы дауалағанда гел ыңғай күренештәр менән генә түгел, күңелһеҙ кисерештәр, фажиғәле осраҡтар менән дә осраша. Шуға күрә әлеге концерт коллективыбыҙҙа эшләүсе аҡ халатлыларҙың күңелен күтәрҙе, матур хис-тойғолар уятты».
Ғәлиә Камаева, Владимир Спиваков хәйриә фондының Башҡортостан буйынса директоры: «Беҙ һаулыҡ һағындағылар алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаныҡ. Концертыбыҙ - сәләмәтлек, милләт киләсәге һағында тороусы һөнәр эйәләренә хөрмәт күрһәтеү билдәһе».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика