Йәнә һеҙҙең ярҙамға мохтаж балалар хаҡында 04.12.2015

Баймаҡ районы Ярат ауылында йәшәүсе 6 йәшлек Диниә Ғәҙелшина эпилепсиянан интегә.  Ата-әсәһе һөйләшеп ҡыҙҙы Израилгә алып барырға ниәтләй. Бының өсөн 700 мең һум аҡса талап ителә. Уны үҙаллы йыйыу ғаиләнең хәленән килмәй. Ғәҙелшиндар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына ышана.

Диниә тәү ҡарашҡа башҡа балаларҙан бер нәмәһе менән айырылмай. Теремек сабый хәҙер әсәһен етәкләп кенә йөрөй. Бигерәк тә ағаһы менән шашка уйнарға, пазл төҙөргә,  телевизорҙан йәнһүрәттәр ҡарарға ярата. Ҡыҙға 3 йәш тулғас, табиптар  эпиллепсия диагнозы ҡуялар. Башта айына бер мәртәбә генә өйәнәк тотһа, хәҙер аҙнаһына 2-3 мәртәбә ошо уҡ  хәл ҡабатлана. Быума ун биш минут һайын башлана. Баланың тотош тәне тартыша, бите күгәреп аңын юғалта.  Диниә йылына ике мәртәбә Республика неврология үҙәгендә курс үтә, алған  дауаланыуҙар ваҡытлыса ғына ярҙам итә.
Диниәнең тиҫтерҙәре  киләһе йыл уҡырға барырға йыйына.Ә ҡыҙсыҡ  хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе өйҙә әсәһе менән  өйрәнәсәк. Диниәнең ҡартәсәһе лә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә, Хоҙайҙа күрһәткән изгелектәрегеҙҙе онотмаҫ, алдағы көндәрегеҙгә икеләтә ҡайтарыр, ти Рәшиҙә  инәй.
Ғәҙелшиндар   Диниәне Израилгә  алып барырға теләй. Бының өсөн 700 мең һум аҡса кәрәк. Әммә был сумманы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй. Ғаилә хужаһы яңғыҙы ғына эшләй, башҡа ярҙам итеүсе юҡ. Шуға ла  Ғәҙелшиндар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Әгәр ҙә һеҙ Диниәгә  ярҙам итергә теләһәгеҙ, экрандағы банк иҫәбенә аҡса ебәрә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефон -  
8 9631347304. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп:
40817810906436100443
Белешмә өсөн телефон: 8 963 134 73 04

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика