Виолетта Селинаға ярҙам кәрәк

 Виолетта Селинаға ярҙам кәрәк 06.08.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе  Виолетта Селинаға ярҙам кәрәк. Ҡыҙыҡайҙа - балалар церебраль фалижы. Ауыр сирҙе еңеү өсөн Мәскәү медицина технологиялары институтында дауалау курсы талап ителә. Хаҡы - 188 000 һум. Әммә ғаиләнең ундай мөмкинселектәре юҡ, шуға улар битараф булмағандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Әле Виолеттаға алты йәш. Ул алфавитты белә, шиғыр, әкиәттәр һөйләргә, олатаһы менән аралашырға, уйнарға ярата. Әммә атлай ҙа, баҫып тора ла, ултыра ла алмай. Сабыйға Өфөлә, Һамар, Силәбе өлкәләрендәге реабилитация үҙәгендә дауаланыу ыңғай һөҙөмтә биргән. Ҡыҙыҡай ашарға, һүҙҙәрҙе бик аңлашылып бөтмәһә лә һөйләшергә өйрәнгән.  Тик  сир балаға артабан үҫергә мөмкинлек бирмәй.
Регина Селина, Виолеттаның әсәһе /Ишембай ҡалаһы/: «Бер йәш тә ике айҙа беҙгә церебраль фалиж диагнозы ҡуйҙылар. Башта был ҡурҡыныс ауырыуға ышанғы ла килмәй ине. Иң ауыры - ҡулдары бөтөнләй тыңлашмай».
Өфө табиптары бер тауыштан Мәскәү клиникаһының ярҙамы кәрәк, ти. Шунһыҙ бала тулы тормош менән йәшәй алмаясаҡ. Бер йыл эсендә уға дүрт дауаланыу курсын үтеү мөһим. Мәскәүҙә Виолеттаны көтәләр, тик түләргә генә кәрәк.
Игорь Ребриков, медицина технологиялар институты специалисы /Мәскәү/: «Беҙгә мөрәжәғәт иткәндә ҡыҙыҡай үҙаллы ултырмай, баҫа, кейенә алмай. Уға беҙҙә дауаланыу курсын үтергә кәрәк. Беҙ уға ярҙам итергә тырышырбыҙ».
Виолеттаға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Акцияла ҡатнашыр өсөн 5541 номерына ДЕТИ һүҙен ебәрергә кәрәк. СМС хәбәр хаҡы 75 һум.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку