Вилена Әхмәтйәноваға ярҙам кәрәк! 30.03.2016

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Мәрхәмәт», «Русфонд» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге акцияһы дауам итә. Бөгөн кеше ҡайғыһына битараф булмаған телевизор ҡараусыларға ярҙам һорап Учалы ҡалаһында йәшәүсе Вилена Әхмәтйәнова мөрәжәт итә. Ҡыҙ йөрәк сиренән яфалана.

Икенсе синыф уҡыусыһы Вилена музыка ярата. Ул фортепьянола уйнай, музыка мәктәбендә шөғөлләнә, математика һәм инглиз телендә лә уңыштарға өлгәшкән. Ләкин ҡыҙ артабан да тырышып уҡыһын һәм бала сағына кинәнеп йәшәй алһын өсөн уға ашығыс операция талап ителә. Процедураны Республиканың кардиоүҙәге белгестәре бушлай яһарға әҙер, тик ғаиләгә ҡиммәтле имплантант һатып алырға кәрәк, уның хаҡы 280 мең һум. Был Әхмәтйәновтар өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма. Шуға ғаилә битараф булмағандар ярҙамына өмөт итә. Виленаға ярҙам итергә теләүселәр 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы 75 һум. Ҡайһы бер осраҡтарҙа смс-ты раҫлау талап ителә.  
Гүзәл Әхмәтйәнова, Виленаның әсәһе: «Ҡыҙым мәктәпкә барыр алдынан медицина комиссияһы үткәйне, уның етди йөрәк сире булыуы асыҡланды. Мин уны уйлап та бирмәгәйнем, Вилена шундай күңелле, әүҙем булып үҫте. Табиптар сирҙең эҙемтәләре мөмкин тиклем әҙерәк булһын өсөн ашығыс рәүештә операция эшләргә кәрәк тине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика