Вакцинация - милләт һаулығы

Вакцинация - милләт һаулығы 10.06.2015

Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгендә мәғлүмәт  марафоны үтә. Башҡортостанға акция сиктәрендә  Рәсәй ҡалаларынан табиптар һәм белгестәр килде.  

Республикала ҡыҙылса менән  ун дүрт кеше сирләй. Уларҙың күбеһе сит илдән килгән. Ауырыуҙар дауаханаларҙа,  хәлдәре яҡшырып килә. Әгәр ҙә  республикала прививка яһатыу тейешле кимәлдә алып барылмаһа, йоғошло сир йоҡтороусылар  күберәк булыр ине. Прививка яһатыу Башҡортостанда  яҡшы ойошторолған. Былтыр  ғына туберкулез, В гепатиты, талпан энцефалиты, полиомиелит һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы өс миллиондан ашыу прививка эшләнгән.  Табиптар вакцинаны  медицина учреждениеларында ғына яһатырға кәңәш итә. Бер айҙан республикаға ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары килә.  Ҙур саралар алдынан ҡайһы бер һөнәр эйәләренә  вакцинация мотлаҡ.  
Рафаил Яппаров, спид һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы: «Медицина хеҙмәткәрҙәре, туҡланыу өлкәһендә эшләүселәр, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре, саммиттарҙа ҡатнашыусылар бөтәһе лә профилактика сараһы үткән булырға тейеш».
Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы Рәсәйҙә  12 төр вакцина эшләнә. Прививкаларҙың ғүмерҙә бер генә эшләнә торғандары һәм даими яһата торғандары бар. Яңы вакциналарҙың береһе - балаятҡы муйынтығы яман шешенә ҡаршы. Уны ҡыҙ балаға ун ике йәш тулғас эшләтергә була.  Яланда, урманда эшләгән кешеләр ҙә  ҡайһы бер прививканы мотлаҡ эшләтергә тейеш. Мәҫәлән, талпан энцифалитеты, сысҡан биҙгәгенән. Вакцина кеше ғүмерен һаҡлап ҡала. Уны  организм төрлөсә ҡабул итә.  Белгестәр  прививка эшләтер алдынан баланың һаулығын ныҡлы тикшертергә кәңәш итә.
Сусанна Харит, Санкт-Петербург ҡалаһының балалар вакцинацияһы буйынса  баш белгесе,  йоғошло ауырыуҙар буйынса фәнни тикшеренеү институтының  бүлек  етәксеһе: «Йоғошло сирҙәр үлемгә, шулай уҡ ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Атап әйткәндә, полиемилит фалижға, ҡыҙылса организмда тайпылыштар тыуҙырыуы мөмкин.  Шуға һәр прививканы ваҡытында эшләтергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика