Һуңлап килгән ашығыс ярҙам 24.03.2015

Уҙған ял көндәрендә Нефтекама урамдарының береһендә кеше ғүмере өҙөлдө.

Йәштәр йәрәхәтләнгән ирҙе күреү менән медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Әммә  һуңынан аҡ халатлылар фажиғәгә тарыусыны тампаныҡ тип аҡлана. Һөҙөмтәлә икенсе шылтыратыуҙан һуң килгән табиптар иргә ярҙам күрһәтеп өлгөрмәй. Тикшереү барышында мәрхүмдең кәүҙәһендә күп һанлы ҡан төйөрҙәре табыла,  аяғы һынған булыуы асыҡлана.
Дежур бүлек тәүге шылтыратыуҙы төнгө сәғәт унынсы 29 минутта, ә һуңғыһын 11 тула ете минутта  ала. Тимәк, ике километр араны үтеү өсөн ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителгән.
Табиптар үҙ ғәйебен танырға ашыҡмай. Киреһенсә, улар ғәйепте ярҙам саҡыртыусы шаһиттарға япһарырға маташа. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика