Уҙған тәүлектә республикала 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Уҙған тәүлектә республикала 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 18.10.2014

Ике кеше һәләк булған, 15-е йәрәхәтләнгән. Күңелһеҙ статистика интернет селтәрҙәрендә, радио-телевидениела көн һайын яңғырай. Юлдарҙың сифаты яҡшыра, автомобилдәрҙең ҡеүәте арта. Шул уҡ ваҡытта кеше үлеменә килтереүсе авариялар ҙа күпләп теркәлә, ти юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары. Был йәһәттән фажиғәләргә юл ҡуймаусы саралар ойоштороу мөһим. Бөгөн баш ҡалала уларҙың береһе - аварияларҙа ҡазаланыусыларға ҡан тапшырыу акцияһы үтте.

Республика ҡан тапшырыу үҙәге техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған. Мәҫәлән, был залда донор ҡаны плазмаһы алына. Центрифуга шыйыҡсаның айырыуса ҡиммәтле элементтарын айырып алыу мөмкинлеген бирә, ҡан иһә кире кеше тамырына ҡайта. Заман ҡорамалдары ҡан алыу процесын донор өсөн мөмкин тиклем еңеләйтә. Был «Автомотодонор» акцияһына килеүселәрҙең күп булыуына өҫтәмә сәбәп.
Башҡортостанда акция 2009-сы йылдан алып ойошторола. Баш ҡаланан тыш, ул шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла үтә. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуын билдәләй. Һуңғылары акцияны бик мөһим  тип иҫәпләй.
Әлегә «Автомотодонор» акцияһы ярты йыл һайын уҙғарыла. Киләсәктә уны ойоштороусылар  йылына 3-4 тапҡыр үткәрергә ниәтләй.
Бөгөнгө акцияла юл фажиғәләрендә зыян күреүселәргә  54 кеше 30 литрға яҡын ҡан тапшырҙы. Ә йәмғеһе был иртәлә үҙәк  200-ҙән ашыу донорҙы ҡабул итте. Күренеүенсә, бәләгә тарыусыларға аңлы рәүештә ярҙамға килергә әҙер булыусылар аҙ түгел.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку