Үткән быуаттағы аспирин медицинаһы хәҙерге тамография медицинаһына ҡарағанда һөҙөмтәлерәк булған 12.04.2016

Ул йылдарҙа республикала үлем кимәле йылына 20 мең кеше тирәһе булһа , хәҙер халҡыбыҙ йыл һайын 50 меңгә кәмей. Был турала Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығының пленар ултырышында белдерҙе.

Республика башлығы әйтеүенсә, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бығаса булмаған күләмдә аҡса бүленә. Ҡаҙна һәм башҡа сығанаҡтарҙан кеше сәләмәтлеген хәстәрләүгә 53 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Шуға ҡарамаҫтан, медицина   тейешенсә кимәлдә үҫешмәгән. Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге  бер-нисә проблеманы билдәләне. Тәү сиратта кадрҙар мәсьәләһе. Республикала һирәк һөнәр белгестәре етешмәй. Заманса ҡорамалдар һатып алабыҙ, ә улар менән эшләүсе кешеләр юҡ, тине төбәк етәксеһе.
Шулай ҙа ниндәй генә проблемалар булмаһын, халыҡ сәләмәтлеге һәр кемдең үҙенән тора. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, кешенең һаулығы уның аңына бәйле. Әгәр кеше үҙ сәләмәтлеген ҡайғырта икән, ул һау буласаҡ. Был фекерҙе медицина форумына саҡырылған Мәскәү белгестәре лә дәлилләй.
Виктор Радзинский, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор, акушер-гинеколог:
«Бар бәлә кешенең үҙенән. Тәмәке тартабыҙ, эсәбеҙ, саманан тыш һимерәбеҙ. Бар ауырыуҙарҙың да башы шунан башлана. Элек һимереү буйынса Америка Ҡушма Штаттары беренселектә ине, хәҙер беҙ уларҙы ҡыуып еттек. Кеше үҙенә һаҡсыл ҡарамай тороп,  медицина,  ниндәй генә юғары технологиялар ҡулланмаһын , ярҙам итә алмаясаҡ».
Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы ла халыҡты үҙ сәләмәтлегенә һаҡсылыраҡ ҡараға өйрәтеү, ауырыуҙарҙы алдан иҫәкртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның барышында ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә йөрәк, яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙы тикшереү өсөн мобиль станциялар эшләйәсәк. Унда теләгән һәр кем бушлай үҙ сәләмәтлеген тикшерә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика