Үткән аҙнала республикала ВИЧ инфекцияһы йоҡтороуҙың 87 осрағы асыҡланған

Үткән аҙнала республикала ВИЧ инфекцияһы йоҡтороуҙың  87  осрағы асыҡланған 28.11.2014

Был турала бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған матбуғат конференцияһында әйтелде. Ултырышта Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.

Матбуғат конференцияһында быйыл уҙғарылған профилактик сараларға йомғаҡ яһалды,алдағы йылға бурыстар ҡуйылды. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан ВИЧ инфекцияһы 2490 кешелә асыҡланған, уларҙың күпселеге - ир-егеттәр. Был күрһәткес 100 мең һау кешегә 60-тан ашыу сирле тура килә тигәнде аңлата. Сир әсәнән балаға, инъекциялар һәм енси юл менән йоға. СПИД һәм ВИЧ инфекцияһы менән ауырыусылар Өфө, Салауат, Благовещен һәм Күмертау ҡалаларында күпләп йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика