Теләктәшлек концерты

Теләктәшлек  концерты 25.07.2014

Баш ҡаланың музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре бөгөн республика балалар клиник дауаханаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Музыканттар яман шеш ауырыуынан яфаланыусы кескәйҙәр өсөн концерт ойошторҙо.

Йырҙа йырланғанса, был кескәйҙәр ҡаты сиргә ҡарамай бәхетле булырға өйрәнә. Еңел булмаған дауалау курстарынан һуң ял итергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә уларға аҙна һайын килгән дуҫтары ярҙам итә.  Богдан  республика балалар онкология диспансерында 8-се ай дауалана. Яҡындары һүҙҙәренсә, ошондай осрашыуҙарҙан һуң  кескәйҙәрҙең хәле яҡшыра.  
Йома көнө тар ғына уйын бүлмәһе кескәй дауаланыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән тула. Баш ҡаланың музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре  йыр-бейеү,  уйындар аша  балаларҙың кәйефен күтәреп кенә ҡалмай, тәрбиәләргә лә тырыша. Бер-береңә иғтибарлы, мәрхәмәтле булырға өйрәтә. Хәйер, кескәй булһалар ҙа, был төшөнсәләр тураһында пациенттар үҙҙәре лә яҡшы белә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уларға ҡаты сир менән көрәшергә тура килә.
Эльвина дауалау курсын үткәндән һуң бөгөн өйөнә ҡайта. Дауаханала тапҡан дуҫтарына ул татлы бүләктәр таратып хушлаша. Һәр пациент кеүек, ҡыҙ бында бер ҡасан да яңынан  эләкмәҫенә ышана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку