Табиптарҙың  күсмә ҡабул итеү ойоштороуы - ауыл халҡы өсөн үҙе бер оло ярҙам 28.08.2014

Медицина тикшереүен баш ҡала  дауаханалары белгестәре ғәҙәттә республика буйынса беркетелгән райондарға барып үткәрә. Өфөнөң 18-се дауаханаһы табиптары был юлы Нуриман районының Павловка ауылында тиҫтәләрсә пациентты ҡабул итте.

- «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта», «ҡартлыҡ - түгел шатлыҡ» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетеп тә, күптәр табипҡа һуңғы сиктә генә барып күренә. Нуриман районы үҙәк дауаханаһы Өфө табиптары менән осрашыуға ентекле әҙерләнгән. Өфөләге 18-се дауахананың үҙ пациенттары ла етерлек. Әммә иң көслө белгестәрҙең тап баш ҡалала эшләүе уларҙы район һәм ауылдарға йөрөргә лә мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта табиптар кешене ауылдыҡы, йә ҡаланыҡы тип айырып ҡарамай. Район һәм ауыл ерендә эшләүсе табиптар үҙ һөнәрен насар белә тип әйтеү төптө дөрөҫ булмаҫ ине. Айырма - баш ҡалала кәрәкле медицина ҡорамалдарына ҡытлыҡ юҡлығы һәм, тәжрибә уртаҡлашыу базаһының көслө булыуындалыр, моғайын.
 Айрат Ҡунафин, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Өфө районы буйынса бүлек етәксеһе: «Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдиме менән ойошторолған акция халыҡты, бигерәк тә хеҙмәт йәшендәгеләрҙең сәләмәтлеген тикшереү өсөн үткәрелә. Кеше үҙ һаулығын тәү сиратта үҙе ҡайғыртырға тейеш. Ошо фекерҙе һәр кем аңына һеңдерһен ине».
Акция мөмкин тиклем күберәк пациентты солғап алыуға йүнәлтелгән. Нуриман районында Өфө белгестәре эшенә шарттар тыуҙырыу өсөн ныҡлап әҙерләнгәндәр. Пациенттар анализдарҙы ла алдан биреп ҡуйған.
Илшат Әхтәмов, Нуриман районы үҙәк дауаханаһы баш табибы: «Бөтәһе лә алдан планлаштырылғайны. Пациенттар анализ биреп ҡуйҙы, кардиограммалар ҙа әҙер ине. Акция матур үтә, табиптар бар көсөн биреп ихлас эшләй».
Рәмзиә Саҙретдинова, Павловка ауыл хакимиәте белгесе: «Беҙҙең ауылда йөрәк-ҡан тамырҙары сирлеләр, шәкәр диабетынан яфаланысусылар күп. Бында барлығы биш мең кеше йәшәй, шуның өсөн поликлиника тиҙ тулды. Акция беренсегә үтә, әммә һуңғыһы түгел».
Кардиолог,эндокринолог һәм неврологтар тейешле диагностиканы эшләне, пациенттар риза. Иң юғары баһаны 73 йәшлек пациент Кифая ханым ҡуйҙы. Павловка ауыл хакимиәтендә үткән «Сәләмәтлек марафоны» яҡынса 100 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Әммә табиптар килгән кешене кире бороп ҡайтармай. Акция кискә тиклем дауам итә.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика