«Түрә һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә

«Түрә һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә 12.11.2014

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ул 2013 йылда үткәрелә башланы. Проект сиктәрендә эшсе костюмын республиканың бер нисә министры кейеп ҡараны.  Бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров Ҡыуатов исемендәгк республика клиник дауаханаһында уникаль операция яһаны.

Бөгөн  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының  иртәһе  кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙан башланды. Әнүәр Бакиров хирургтар бригадаһы  менән бергә  ҡатмарлы операция яһай.  Егерме дүрт йәшлек егет аш үтмәүҙән яфаланған. 20 килограмға ябыҡҡан. Сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәре төрлө, ти белгестәр. Уның хатта стрестан һуң да үҫешеүе мөмкин. Бындай операциялар республикала 1967 йылдан эшләнә. Элек табиптарға операция бүлмәһендә унар сәғәт ваҡытын үткәрергә кәрәк булһа,  хәҙер  заманса технологиялар ярҙамында операция 3 сәғәттә башҡарыла. Яҡынса ул  300 мең һум тирәһе тора, сығымды дәүләт ҡаплай.    
Нияз Дауҡаев, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күкрәк хирургияһы бүлеге мөдире: «Бындай операция йылына 45- 50  кешегә эшләнә. Был аҙ ҙа, күп тә түгел. Аш юлындағы сирле урын алып ташлана, уның урынына ауырыуҙың организмындағы туҡыма ҡулланыла».
Бер кем дә тиҙ генә түрә булып китмәй. Әнүәр Әкрәм  улы хеҙмәт юлын тап ошо дауаханала башлаған. Йәш белгесте коллегалары электән тырыш, эҙләнеүсән, талапсан  булараҡ хәтерләй. Ниндәй генә вазифа биләһә лә, план буйынса аҙнаның бер көнөн операция өҫтәле артында үткәрә. Тимәк, йылына йөҙләгән кешенең ғүмере ҡотҡарыла. Хирург һөнәренә ул һәр ваҡыт тоғро ҡала.  
Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: «Операция уңышлы үтте. Алдыбыҙға ҡуйылған эште тулыһынса атҡарҙыҡ. Реабилитация үтеп, пациенттың һауығыуына өмөтләнәбеҙ. Яратып башҡарылған хеҙмәттең ауырлығы тойолмай».
«Түрә һөнәрен алмаштыра» проекты йәмғиәттә төрлө  һөнәр эйәләренең абруйын арттырыу өсөн тормошҡа ашырыла. Медицина юғары уҡыу йорттарын  тамамлаған белгестәрҙе һөнәре буйынса хеҙмәткә урынлаштырыуға йүнәлтелгән дәүләт  программалары бар. «Ауыл табибы» проекты  был хәлде бер ни тиклем еңеләйтһә лә, мәсьәлә  киҫкен ҡала.
Ошондай ҙур дауаханаларҙа  табиптарға әллә ни ҡытлыҡ юҡ.  Белгестәр етешмәүҙән башлыса райондарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү аҡһай.
Роза Кузьменко, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: «Тәү сиратта республикаға терапевтар кәрәк. Әле меңдән ашыу вакансия буш. Унан килә балалар табибы, акушер-гинекологтар һәм реаниматологтар етмәй. Был һөнәрҙәр буйынса  йөҙәрләгән эш урыны бар».
Акцияның был өсөнсө этабы. Артабан транспорт һәм юл хужалығы комитеты рәйесе Ильяс Мөниров менән  эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты рәйесе  Вячеслав Ғиләжетдинов  эшсе костюмын кейергә әҙерләнә. Ә һаулыҡ һаҡлау министрының көнө эш кабинетында дауам итә.Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.  Уңыш һөнәрен үҙ итеп башҡарғандарға йылмая. Сөнки ул йәшләй биргән Гиппократ антына тоғро ҡала.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку