Сит ил прививкалары ҡайҙа булған? 05.02.2016

Бәләкәй бала тәрбиәләгән ата-әсәләр вакцина таба алмай. Күптәр үҙебеҙҙә етештерелгәненән баш тарта. Бындай ҡараштың сәбәбе нимәлә, ысынлап та, улар араһында айырма бармы?

9 йәшлек Эмиль әсәһе менән хәреф өйрәнә. Малайҙың хәтере насар. Шуға ла күнекмә уға ауыр бирелә. Зиһен үҫешен яҡшыртыу өсөн был уйындар иң яҡшыһы. Эмиль бигерәк тә фокустарҙы яратып башҡара. Хәтерендә ҡалғандарына малай ифрат шатлана. Баланың үҫешендә ҡатмарлыҡтар В гепатитына ҡаршы прививканан һуң башланды, ти әсә.
Юлиә Зиннәтуллина, Эмилдең әсәһе: «Улым тыуғанда һау ине. Балалар табибына барғанда һеҙгә план буйынса прививка эшләтергә кәрәк тинеләр. Мин ризалаштым. Ул ваҡытта улыма һыуыҡ тейгәйне, битенә шешектәр сыҡҡайны. Икенсе вакцинанан һуң менингит диагнозы менән реанимацияға эләктек. Мин вакциналарға ҡаршы түгел, ләкин балаларға уларҙы бер йәштән һуң ғына рөхсәт итергә кәрәк».
Сирҙән баланың мейеһенә ҡан һуға. Һөҙөмтәлә уның һул ҡулы менән аяғы зыян күрә. Бынан тыш, ауырыуҙың эҙемтәләре бик күп. Бындай осраҡтар бик һирәк теркәлә. Уларҙы күреп күп ата-әсәләр прививкаларҙан баш тарта, йә иһә сит илдекен һайлай. Һуңғы ваҡытта импорт вакциналарын да табып булмай тип зарлана, Ильвира Миңлеғәлиева.
Интернет селтәрендәге төрлө форумдарҙа импорт вакцинамы, әллә үҙебеҙҙекен һайларғамы тигән һорау күп бәхәстәр тыуҙыра. Аныҡ ҡына яуаптар ҙа юҡ. Һәр кемдең үҙ фекере. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙе сит ил прививкаларының кәштәләрҙән юғалыуы борсой. Был һуңғы ваҡытта индерелгән санкцияларға бәйле тигән фекерҙәр ҙә бар. Ә белгестәр белдереүенсә, был вакциналар йылдың икенсе яртыһында йәнә һатыуға сығарыласаҡ. Әлегә улар сертификация үтә
Гүзәл Ғәбитова, спид һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге хеҙмәткәре: «Дарыуҙар кеүек үк прививканың да кире эҙемтәләрен күрһәтеүсе билдәләре бар. Мәҫәлән, температура булғанда, тымау тейгәндә ул тыйыла. Ә сәләмәт балаға вакцина зыян килтерә алмай. Бынан тыш, сит ил прививкаларынан үҙебеҙҙә етештерелгәндәре бер ҙә ҡайтыш түгел. Импорт вакциналарында көсһөҙләндерелгән компоненттар бар».
Балаһына ниндәй привика эшләтергә, уны эшләтергә кәрәкме икәнен һәр әсә үҙе хәл итә. Ләкин белгестәр әйтеүенсә, вакциналар сәләмәтлеккә зыян килтереү өсөн түгел, ә ярҙам итеү өсөн уйлап сығарылған. Мәҫәлән, ябай киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтеүселәр ҙә эпидемия ваҡытында ауырыған осраҡта сирҙе еңелерәк кисерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика