Сирҙе матурлыҡ менән дауалау 11.11.2014

Республика балалар клиник дауаханаһында картиналар күргәҙмәһе асылды. Унда билдәле Өфө рәссамы, дүрт бала әсәһе Раушания Бәҙретдинованың 80-гә яҡын эше ҡуйылған.

«Балаларға матурлыҡ бүләк ит» тип аталған экспозицияла кескәйҙәрҙең эшәре лә ҡатнаша. Автор сирлеләрҙе бер аҙға көндәлек дауалау процедураларынан арындырыу, балаларға яҡшы кәйеф бүләк итеү өсөн күргәҙмә ойошторорға ҡарар иткән. Рәссам киләсәктә был эштәрҙе һатып, аҡсаны яман шештән яфаланыусы балаларға дарыу кәрәк-яраҡтары алыу өсөн  тотонорға ниәтләй. Күргәҙмәне асыу тантанаһында балалар өсөн концерт та ойошторолдо. Бәләкәс пациенттар алдында билдәле артистар, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусылары сығыш яһаны.
Рөстәм Әхмәтшин, республика балалр клиник дауаханаһының баш табибы: «Беҙҙең кескәй пациенттар өсөн ошондай саралар бигерәк әһәмиәтле. Сөнки һауығыу өсөн ваҡытында дарыу ашау, йә укол ҡаҙау ғына етмәй. Баланың күңелен дә уйларға кәрәк. Күтәренке кәйеф кескәйҙәрҙең сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика