Шаҡша биҫтәһендә автомобилдәр бәрелеште 04.09.2014

Аварияла 16 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Бәхеткә күрә, был ҡотҡарыусылар һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең берҙәм күнекмә сценарийы. Граждандар хәүефһеҙлеге айлығы сиктәрендә уҙғарылған сарала тәү ярҙам күрһәтеүсе бар хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә берҙәм эш итә алыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Күнекмәләрҙең сценарийы көндәлек томоштан алынған. Эскән килеш руль артына ултырып, юл-транспорт фажиғәһенә тарыусылар - йыш күренеш. Был юлы ла  спиртлы эсемлектәр ҡулланыу күңелһеҙ тамамланған. Автомобилдә барған бер төркөм йәштәр вахтаға юлланған эшселәрҙе тейәгән Газелгә килеп бәрелә. Авария шаһиттары ҡотҡарыусыларҙы саҡырта.
Күнекмәләр күргәҙмә сығыштар түгел, ти ойоштороусылар. Бер генә хеҙмәт тә сценарийҙы алдан белмәгән. Барыһы ла ысынбарлыҡтағы кеүек ғәҙәттән тыш хәл шарттарында эш итте.
Авария эҙемтәләре тиҙ арала бөтөрөлдө, зыян күреүселәр дауаханаларға оҙатылды. Тәү ярҙам күрһәтеүсе бар хеҙмәттәр ҙә ойошҡан эш алымдары күрһәтте. Бындай күнекмәләр 4 октябргә тиклем республиканың бар төбәктәрендә лә үтәсәк. Бынан тыш, авария-ҡотҡарыу базаларының йыһазландырылыуы, матди техник базаһы тикшереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика