Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана төҙөлөшө ойошҡанлы бара 14.07.2015

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бинаға нигеҙ 1989 йылда һалынып, финанс мөмкинлектәр булмағанлыҡтан эш 25 йылға тиклем туҡтап ҡала. Былтыр ҡаланың оҙаҡ йылдар сиселмәгән «төйөн»дәрен тағатыу, хәл ителмәгән социаль проблемаларын тормошҡа ашырыу башлана. Дауалау учреждениеһы төҙөлөшө республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында ҡайтанан тергеҙелә.

Йылы һүҙ йәнгә дауа. Салауат ҡалаһы дауаханаһы табиптары дарыуҙар менән генә түгел, һүҙ ярҙамында ла дауалай. Тәлғәт Рәжәпов һаулығын ҡайғыртып йылына бер-ике тапҡыр дауаханала ятып сыға. 70 йәштәге уҙаман учреждение шарттары менән ҡәнәғәт, тик яңы станционар бүлегенең әлегәсә сафҡа инмәүенә борсолоу белдерә.
Дауахана төҙөлөшө уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағына барып тоташа. Проект 1987 йылда ҡабул ителеп, ике йылдан һуң нигеҙ һалына. Тик  финанс мөмкинлектәр булмағанлыҡтан эштәр туҡтап ҡала. Урындағы дауалау учреждениеһының бер корпусы ғына файҙаланыуға тапшырыла. Халыҡ анализ биреп, табип күҙәтеүе үтер өсөн, ҡаланың бер осонан икенсеһенә йөрөргә мәжбүр була.
Ике тиҫтә йылдан һуң, ниһайәт боҙ урынынан ҡуҙғала. Халыҡтың ғына түгел, аҡ халатлыларҙың да хыялы тормошҡа аша. Киләсәктә яңы бина мең ярымлап пациентты ҡабул итәсәк.
Дауахана Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлә. Был учреждение күп функциялы булмаҡсы, Бында сифатлы дауа алыу өсөн бар мөмкинлектәр ҙә тыуҙырыласаҡ. Ә инде дауахананы киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙҙалана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика