Салауат ҡалаһынан кескәй Милена тартышыу - Веста синдромы менән яфалана

Салауат ҡалаһынан кескәй Милена тартышыу - Веста синдромы менән яфалана 28.01.2015

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге  хәйриә проекты дауам итә. Киләһе сюжетыбыҙ геройы  Салауат ҡалаһынан кескәй Милена. Ул тартышыу - Веста синдромы менән яфалана. Ҡыҙҙы яңғыҙ тәрбиәләгән әсә был ауырыуҙы дауалап була тигән ышаныс менән йәшәй.

Миленаға өс ай тулғас, йәш әсә балаһының һаулығы насарая башлауын тоя. Күп тә үтмәй ҡыҙҙың тәне тартыша башлай. Аптыраған ҡатын Салауат ҡалаһы табиптарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Баланы тикшереү үтергә Өфөгә ебәрәләр. Белгестәр ҡыҙға симптоматик өйәнәк, Веста синдромы диагнозын ҡуя.
Ләйсән Петрова, Миленаның әсәһе: «Салауат табиптары ҡыҙым ултыра ла, атлай ҙа, һөйләшә лә алмаясаҡ тип ҡурҡытҡайны. Әлеге мәлдә беҙ күп нәмәгә өлгәштек: Милена ултыра башланы, аралаша. Үҙенең тойғоларын белдерә. Ләкин беҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға  уйламайбыҙ, ул атларға тейеш».
Дүрт йәшлек Милена әлегә  аяғына әсәһе ярҙамында  баҫып тора ала. Был -  тиҫтәләгән дауалау курстарының ыңғай һөҙөмтәһе. балаға Бигерәк тә, Ҡытай табиптары ныҡ ярҙам иткән. Тартышыуҙар ғына һаман дауам итә, тәүлегенә уларҙың һаны егермегә еткән осраҡтар ҙа бар. Йәш әсә балаһын Мәскәүҙә дауалап була тигән өмөттә, бының өсөн ике йөҙ мең һум аҡса талап ителә.
Елена Малахова, иедицина технологиялары институты неврологы: /Мәскәү/
«Медицина  технологиялары институтына мөрәжәғәт иткәндә йоҡонан торғанда ҡыҙҙың ҡабатланыусан өйәнәк булыуы асыҡланды. Тикшереүҙәр һәм тартышыуға ҡаршы дауалау терапияһы үткәреү өсөн бала беҙҙең дауаханаға ятырға тейеш. Был осраҡта ауырыуҙың хәлен оҙайлы ваҡытҡа еңеләйтергә була. Бала реабилитация курсы үтеү мөмкинлеген аласаҡ».
Әсә ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләй, финанс яҡтан ҡытлыҡ кисерә. Шулай ҙа йәш ҡатын бирешергә теләмәй. Кескәй Миленаның хәле нисек тә булһа яҡшырырға тейеш. Баланы һауыҡтырыу өсөн һәр кем ярҙам ҡулы һуҙа ала. Акцияла ҡатнашыр өсөн 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып СМС хәбәр ебәрергә кәрәк. Иң мөһиме смс-хәбәр ебәргәндән һуң мобиль операторының талабы буйынса аҡса күсергәнде раҫлау зарур. Шулай уҡ «Русфондтың» сайтына инеп адреслы ярҙам күрһәтергә була.
Шулай уҡ беҙ үткән сығарылыштарҙа Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Марат Әбүбәкиров тураһында ла һөйләгәйнек. 12 йәшлек малай ҡолаҡҡа ҡатылыҡ менән яфалана. Маратҡа йәмғиәткә  яраҡлашыр һәм тулы тормош менән йәшәр өсөн заманса ишетеү аппараты кәрәк. Акция сиктәрендә кәрәкле сумма тулыһынса йыйылған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика