Өс йыл элек 111 көн комала ятҡан ҡатындың бала табыуы күптәрҙе тетрәндергәйне 01.10.2015

Был хәлдә уға Өфө табиптары ярҙамға  килде. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Лилиә Илембәтова әле баш ҡалала дауалана.

Телефон аша яңғыраған тауыш Лилиә Илембәтованың өс йәшлек ҡыҙы Лиананыҡы. Ул әсәһенең тиҙерәк ҡайтыуын теләй. Бер-береһе менән айырылышып тороуҙы ауыр кисерһә лә, Лилиә ханым баш ҡала табиптарына күренеп торорға тейеш. Әле ул әсәһе менән Өфөгә килгән. Ул өс йыл элек ҡыҙы булған аяуһыҙ хәлде һөйләне.
Хәсәнә Илембәтова, Лилиә Илембәтованың әсәһе: «Дүрт ай буйы комала ятты, был ваҡыт эсендә нейрохирургтар ҡыҙымдың хәлен ҡарап торҙо. Ә эстә ятҡан баланы врачтар роддомдан килеп хәлен белеп торҙолар. Шунан баланы кесерево менән алғастар наркоздан һуң ғына ҡыҙым уятты».
Лилиә Илембәтова ун йәшендә аттракционда башын торбаға бәрә. Йылдар үтеү менән ул  баш өйәнәгенән яфалана. Ә 3 айлыҡ ауыры булғанда Лилиә комаға китә. Тәжрибәле табиптар уны яңғыҙ ҡалдырмай.
Шамил Сафин, Г.Ҡыуатов исемендәге республика клник дауаханаһы нейрохирургы:
«Әлеге көнгә тиклем интернетта ошондай хәлгә тарыған кеүек кеше юҡ. Рәсәйҙә булған ошоға оҡшаш  ике осраҡта Лилиәнеке кеүек түгел. Уға башына ғына бер нисә операция яһаныҡ. Операцияларҙы уникаль тип әйтә алмайым, ул үҙе көслө булып сыҡты».
Бәләкәй Диана үҙен яҡшы тойя. Тиҙҙән Лилиә уны табиптар менән таныштырырға уйлай. Ә әле  йәш әсә бер теләк менән янып йәшәй. Аяҡҡа баҫып китер өсөн ул бар көсөн һала.
Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, икенсе төркөм инвалид булып ҡалған  Лилиә ҡыҙының киләсәге өсөн борсола. Ул махсус программа буйынса Хәйбулла районында торлаҡ шарттарын яшыртмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика