Өс йыл ҡайсы менән

Өс йыл ҡайсы менән 31.07.2015

Табиптар Өфөлә йәшәүсе ҡатындың эсендә тимер ҡайсы ҡалдыра.  Айсина Зиндусова уны өс йыл эс ҡыуышлығында йөрөтә.  Һаулыҡ һағындағылар әйтеүенсә, 2012 йылдың 28 майында йөклө ханым эсе ауыртып дауаханға эләгә. Сабыйҙы операция ярҙамында тыуҙыралар. Бала табыу йортонда медицина ярҙамын әсәгә юғары категориялы табиптар күрһәтә.  

Әлфиә Мамаева, йөклө ҡатындарҙың патология бүлеге мөдире: «Мин 36 йыл эшләйем, операция ваҡытында беҙҙә кешенең эс ҡыуышлығында әйбер ҡалдырыу кеүек осраҡтар булғаны булманы. Операция тамамланыр һәм уйымды тегер алдынан алдынан  бөтә инструменттар, хатта һәр салфетка иҫәпләнә...»
Әммә, зыян күреүсе эсемдә сит әйбер тап бала тапҡандан һуң барлыҡҡа килде тип раҫлай. Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йорто табиптары иһә ҡайсы уларҙың ғәйебе менән ҡалмауын иҫбатларға тырыша.
Зөһрә Гурова, Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто баш табибы: «Ҡатын  операцияны бер тапҡыр ғына кисермәгән. Башҡа дауалау-профилактика учреждениеларында ла операция эшләткәне булған. Акушерлыҡта әлеге медицина инструменты бөтөнләй ҡулланылмай. Шуға күрә осраҡ буйынса  профессиональ тикшереү талап ителә».
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хәлде асыҡлау өсөн махсус комиссия төҙөлгән. Ауырыу тарихы буйынса барлыҡ дәлилдәр ҙә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшереләсәк. Һөҙөмтә шунан һуң билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика