Республиканың иң яҡшы табибы Беренсе халыҡ медицина премияһы аласаҡ 26.04.2016

Бөгөн Өфөнөң 1-се ҡала клиник дауаханаһында иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тауыш биреүгә махсус ҡумта ҡуйылды.  Беренсе халыҡ медицина премияһы - социаль проект.

Ул  бер-нисә йыл элек Нижегородка өлкәһендә тапшырыла башланы. Быйылдан тауыш биреү Волга буйы федераль округында - Башҡортостанда, Татарстанда,  Пермь крайында һәм Һамар өлкәһендә ойошторола. Проект сиктәрендә төбәктең иң яҡшы медицина хеҙмәткәре асыҡлана. Уны пациенттар һайлай. Бының өсөн  республиканың йөҙҙән ашыу медицина учреждениеһында махсус урындар булдырыла.
Акция 12 авгусҡа тиклем дауам итә. Һәр кем яратҡан табибы өсөн тауыш биреү хоҡуғына эйә. Еңеүселәр 12  номинация буйынса баһалана. Махсус ҡумта ҡуйылған көндө үк үҙ табибына тауыш бирергә теләүселәр күп булды. Улар араһында студенттар ҙа бар ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика