Республиканың иң яҡшы неврологы Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында эшләй

Республиканың иң яҡшы неврологы Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында эшләй 15.03.2016

Раушаниә Даушева был һөнәргә 28 йыл ғүмерен бағышлаған. Һуңғы йылдарҙа ул дауахананың неврология бүлеген етәкләй.

Һәр хәрәкәт ауырлыҡ менән бирелә. Дауахана бүлегендә пациенттар яңынан йәшәргә өйрәнә. Инсультты һуңғы осорҙа “быуат сире” тип атайҙар, сөнки Рәсәйҙә  үлем сәбәптәре араһында ул беренсе  урынды биләй. Йылына яҡынса биш йөҙ мең кешене аяҡтан йыға. Ауыр сир йылдан-йыл йәшәрә. Ул хатта, утыҙ йәшлектәрҙе лә аямай. Күптәрҙе ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ғына  ҡотҡарып ҡала ала.  
Евгений Толстиков, пациент: «Иртән эшкә йыйына инем, ҡапыл үҙемде насар тойҙом, өйәнәк тотто.  Инсульт булған.  Табиптар аяҡҡа баҫтырҙы, яҡшы дауалайҙар,әле бында реабилитация үтәм».
Өфөнөң 21-се  ҡала клиник дауахананың неврология бүлеге республиканың 8 районын хеҙмәтләндерә. Сирлеләрҙе тәүлек әйләнәһенә килтерәләр. Һәр береһенә тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү, операция яһау, дауалау эше яйға һалынған. Бүлекте республиканың иң яҡшы неврологы Раушаниә Даушева етәкләй. Табип был өлкәлә 28 йыл хеҙмәт итә.
Инсульт -  мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуы, йә ундағы ҡан тамырының өҙөлөүе, ҡыҫылыуы йәки тығылыуы. Ул ҡапыл  ҡуҙғалыуы менән хәүефле.
Медицина алға киткән һайын сирҙе еңергә ярҙам итеү еңелләшә, тик һәр кем үҙ һаулығына иғтибарлы булырға тейеш, ти табип. Инсультты  иҫкәртеү өсөн ҡан тамырҙарының сәләмәтлеген хәстәрләргә кәрәк.   Гиппократ антын биреүсенең эш ваҡыты хеҙмәт урынында тамамланмай. Раушаниә Камил ҡыҙы  тәүлек әйләнәһенә бүлектәге хәлде көйләй. Телефон аша ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Ә өйҙә яҡындары көтә. Был һөнәргә һөйөү ҙә реаниматолог булып эшләгән атаһынан күскән.    
Республиканың иң яҡшы неврологы исеме көтөлмәгән түгел ти, Раушаниә Даушева. Хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙаныу кешене ҡанатландыра.  Ә  шулай ҙа  иң ҙур баһа - ғүмере ҡыл өҫтөндә  ҡалғандарға ваҡытында юғары кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтеп яңынан  йәшәү бүләк итеү.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика